Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Абаға сәскәһе»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Абағалай серле һинең мөхәббәтең,
Ҡасан сәскә атыр – белмәҫһең.
Өҙгөләнеп һине, һине саҡырһам да
Ишетмәҫһең инде, килмәҫһең.

Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин,
Ниндәй генә матур сәскә атһа ла.
Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға
Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла.

Карурманға кердем бары һине эҙләп,
Күрһәтер тип юлды абаға.
Сәскәһенең сихри яҡтылығы һине
Ярҙам итер тиеп табырға.

Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин,
Ниндәй генә матур сәскә атһа ла.
Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға
Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла.

Шундай матур итеп, сәскә ата, тиҙәр,
Тирә-яҡты күмеп яҡтыға.
Абағаның шулай сәскә атмауын да
Юрайһылыр, бәлки, яҡшыға.

Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин,
Ниндәй генә матур сәскә атһа ла.
Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға
Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла.

Другие песни исполнителя:

  • Аҡ сәскәгә һине тиңләйем, Болондарҙы буйлап эҙләйем. Һөйөү серҙәремде һөйләйем, Һинһеҙ йәшәү йәмен күрмәйем. Ҡушымта: Яратам мин һине өҙөлөп, Аҡ сәскәләрҙе бирәм өҙөп. Күҙ йәштәрең берүк таммаһын. Мин яратам һине, аппағым. Йәнем минең, йәнем-йәнкәйем, Яҙмышымды һиңә бәйләйем. Эй, Хоҙайым, мең-мең рәхмәтем Биргән өсөн оло бәхетен. Кушымта Ҡабат тыуһамда был донъяға, Һиңә бәйләр инем яҙмышты. Күпме эҙләһәм дә – табалмам Һинең кеүек тоғро аҡҡошто.
  • Был доньялар ике килмәй беҙгә , Ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ . Яғымлы ла атай-әсәйҙәрҙең, Бөйөклөгөн инде аңлайыҡ . Привев: Рәхмәтемде ҡабул итегеҙ , Һеҙгә йырлар йырым барында , Бәхет - шатлыҡ һеҙгә тәләйем , Рәхмәт һеҙгә атай әсәйем. 2) Теләктәрем фатихалар тулы, Саф йөрәклеһең һин әсәйем. Беләк инде атай ғүмерең буйы, Һеҙ балларым тиеп йәшәйһең
  • Сәләм бирәм һеҙгә, Сәләм алам һеҙҙән, Дуҫтар сәләмләшәйек! Сәләм биреп, сәләм алып, Иҫәнләшеп йәшәйек! Ялҡынлы сәләмдәремде Ҡабул итегеҙ дуҫтар. Һеҙҙең менән йәшәүҙәре Эх, рәхәт шул, туғандар! Ҡушымта: Сәләм бирәм һеҙгә, Сәләм алам һеҙҙән, Дуҫтар сәләмләшәйек! Сәләм биреп, сәләм алып, Иҫәнләшеп йәшәйек! (Рәхәтләнеп йәшәйек! Сәләмләшеп йәшәйек!) Төрлө хәлдәр була тормошта, Кәйеф төшә ҡай саҡта. Ниҙәр генә булһа ла Шат-йылмай был донъяға. Ҡушымта Яныбыҙҙа тоғро дуҫтар - Иң ҙур терәк булһындар. Гөр килешеп йәшәргә Иҫән булһын туғандар! Ҡушымта