Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Рәхмәт, йәнем»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Иҫеңдәме иркәм күл буйында
Вәғәҙәләштең бергә булырға
Шул ваҡыттан алып хәҙергәсә
Тоғро ҡалдыҡ биргән анттарға

Рәхмәт йәнем рәхмәт һиңә генә
Бар ғүмереңде бағышланың
Мин бәхетле һин янымда булып
Тормошомдо минең урланың

Иҫеңдәме иркәм бәхетебеҙ
Икеләтә артҡан саҡтары
Тормошобоҙ мәғәнәһе булып
Йортҡа сабыйҙарҙың ҡайтҡаны

Бирһә ине Хоҙай һәр кемгә лә
Ошо бәхеттәрҙе татырға
Ғүмерҙәрҙең ахырына ҡәҙәр
Яратып һәм яратылырға

Другие песни исполнителя:

  • Тауҙар-таштар ярып, боролоп-боролоп, Йорүҙәнкәй бик шәп ағаһың. Кѳслѳ ғәйрәт менән тулҡыныңды Бейек ярҙарыңа ҡағаһың. Йорүҙәнкәй беҙҙең данлы йылға. Күпте күргән, күпте кисергән. Унда данлы батыр Салауат та Аҡбуҙатын тѳш(ѳ)рѳп эсергән Һоҡланған ул матур Йорүҙәнгә. Ҡарап-ҡарап, уға туймаған. Туғайынан ҡурай ѳҙѳп алып, Ѳҙѳлѳп-ѳҙѳлѳп уны уйнаған.
  • Был донъяла ни бар узең менән, Фаниллыҡтан алып итерлек. Иман бирһен хоҙай зиһенемә, Мәңгелеккә генә етерлек. ҡушымта: Был донъяла ни бар узең менән, Фаниллыҡтан алып китерлек. Иман бирһен хоҙай зиһенемә Мәңгелеккә генә етерлек. 2) Сабырлыҡты бирһә хоҙай бирә, Йәндең тыныслығын йыуатып. нисек тыуһа кеше шулай китә, Илап тыуа китә илатып. ҡушымта: Сабырлыҡты бирһә хоҙай бирә, Йәндең тыныслығын йыуатып. Нисек тыуһа кеше шулай китә, Илап тыуа китә илатып.