Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Башҡортостан ҡыҙҙары»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Гөрләп, янып илтер һымаҡ
Утһыҙ-күмер ҡуҙҙары
Һыуҙан алып утҡа һала
Башҡортостан ҡыҙҙары

Ҡушымта:
Эх, атлап барыуҙары
Эх, бер күҙ һалыуҙары
Һыуҙан алып утҡа һала
Башҡортостан ҡыҙҙары

Үҙе йыраҡ, үҙе яҡын
Күктә таң йондоҙҙары
Таңғы йондоҙҙарға оҡшап
Башҡортостан ҡыҙҙары

Ҡушымта.

Кемдә икән өмөттәре
Кемдә икән уйҙары
Бер куреүҙә ғашиҡ итә
Башҡортостан ҡыҙҙары

Ҡушымта.

Ҡайҙа ағып китә икән
Ағиҙелдең һыуҙары
Һандуғастар моңдаш булһын
Башҡортостан ҡыҙҙары

Другие песни исполнителя:

  • Ҡолағымда сыңлай әле булһа, Күңелемдә ҡалды һаҡланып: - Мин барыбер һиңә бәхет бирә Алмаҫ инем, - тинең, аҡланып. Ҡушымта: Бәхет ҡошо беҙҙе урап үтте, Ниңә уны тота алманыҡ? Беҙ бәхетле йәрҙәр булыр инек, Ниңә шуны һуңлап аңланыҡ? Бәхет бирә алмаҫ инең микән? Әллә яҡшыраҡты эҙләнең? Ялыныр тип әллә уйланыңмы, Алдарыңа һинең теҙләнеп? - Ҡушымта Мин бит ғорур инем, - тигән булдың... Мин дә ғорур! Кемде алданыҡ? Бер бәхетле бөтөн булыр инек – Һуңлап, үтә һуңлап аңланыҡ. Ҡушымта
  • Был донъялар парлылар өсөнмө, Ниҡ бәхетһеҙ була яңғыҙҙар? Ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәгеҙ, Уларҙа ла хисле йөрәк бар. Ҡушымта: Яңлышмағыҙ, зинһар, яңлышмағыҙ, Йәрҙәрегеҙ ятҡа ҡалмаһын! Ғәфү итсе мине – “Ғәфү ит!” - тип, Үкенерлек генә булмаһын! Иҫкә төшә бергә булған саҡтар, Күҙҙәреңдән йәштәр тамалар. Ергә ятып үкһеп илаһам да, Йыраҡ инде хәҙер аралар. Ҡушымта Йылдар үтеү менән яралар ҙа Уңала ул тигән булалар. Төндәр буйы йоҡлай алмам ятам, Һинең хаҡта һаман уйланам. Ҡушымта
  • Был доньялар ике килмәй беҙгә , Ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ . Яғымлы ла атай-әсәйҙәрҙең, Бөйөклөгөн инде аңлайыҡ . Привев: Рәхмәтемде ҡабул итегеҙ , Һеҙгә йырлар йырым барында , Бәхет - шатлыҡ һеҙгә тәләйем , Рәхмәт һеҙгә атай әсәйем. 2) Теләктәрем фатихалар тулы, Саф йөрәклеһең һин әсәйем. Беләк инде атай ғүмерең буйы, Һеҙ балларым тиеп йәшәйһең