Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Бәхет ҡошо»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡолағымда сыңлай әле булһа,
Күңелемдә ҡалды һаҡланып: -
Мин барыбер һиңә бәхет бирә
Алмаҫ инем, - тинең, аҡланып.

Ҡушымта:
Бәхет ҡошо беҙҙе урап үтте,
Ниңә уны тота алманыҡ?
Беҙ бәхетле йәрҙәр булыр инек,
Ниңә шуны һуңлап аңланыҡ?

Бәхет бирә алмаҫ инең микән?
Әллә яҡшыраҡты эҙләнең?
Ялыныр тип әллә уйланыңмы,
Алдарыңа һинең теҙләнеп? -

Ҡушымта

Мин бит ғорур инем, - тигән булдың...
Мин дә ғорур! Кемде алданыҡ?
Бер бәхетле бөтөн булыр инек
Һуңлап, үтә һуңлап аңланыҡ.

Ҡушымта

Другие песни исполнителя:

  • Бөгөн мәсет тупһаһынан Мин ожмахҡа инәм. Әйтерһең дә, яҙмышымда Шулай ҡушҡан (яҙған) Ҡөрьән. Ҡушымта: Эй, мосолман донъяһы, Көмөш тауышлы аҙан. Эй, мосолман донъяһы, Хуш, хәйерле Рамаҙан! Тыуған ерем тупрағынан Бер ус алып хажға. Сыҡһам ине - мә именлек, Сәфәр бирһен Хоҙай! Ҡушымта Бирһен Хоҙай халыҡтарға Һаулыҡ һәм мәрхәмәт. Фәҡир хәлен уртаҡлашҡан Пәйғәмбәр Мөхәммәт.
  • Уйға һалдым инде һине әсәй Ауырлығым төштө инеңә Беләм хаталарҙы ғафк иттең Кисерер һең бары һин генә Припев: (2раза) Ҡуй һорама әсәй хәлдәремде Мин йәшәргә саҡ саҡ өйрәнәм Өҙөлөп тә китә йыры моңо Үҙгәреп тә китә көй генәм Төштәренде әйҙә юрамайын Булһын улар яҙғы һаташыу Йылатыуҙы бөтә юрағанды Әйтеп буламы ней хат аша