Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яҙмыш»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Рәсем булһаң, һайлар инем
Рәсемдәрҙең үтә гүзәлен
Балам ҡайғы күрмәһен тип,
Күҙ йәштәрен түкмәһен тип,
Өҙмәһен тип, юҡҡа үҙәген.
Эй, һин яҙмыш,
Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш.
Беҙ күрәһен кемдәр күрһен,
Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн,
Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош.
Ҡоштар булһам, теләр инем
Тик оҡшарға бәйһеҙ аҡҡошҡа.
Йәшәү көсө булһа көслө,
Яҙғы ҡояш нуры төҫлө,
Алыр инем үҙемә яҙмышҡа.
Эй, һин яҙмыш,
Шөкөр ит һин ошо тормошҡа.
Аҡҡош көнөн кемдәр күрер,
Уға оя кемдәр үрер,
Ғашиҡ булмаһаң һин яҙмышҡа.
Йәшәү өсөн, табып көсөн
Ғашиҡ булһын кеше тормошҡа.
Үҙе тапһын, аҫыл ташын,
Үҙе тапһын, йөҙөк ҡашын,
Аҡ бәхеттәр тыумай ул бушҡа.
Эй, һин яҙмыш,
Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш.
Беҙ күрәһен кемдәр күрһен,
Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн,
Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Тормош киңлегендә Ел дауылдар аша Өйөрмәгә ҡаршы барма һин Йөрәк ҡарлуғасым , Ниңә йыраҡ остоң Өмөт ҡанаттарың талмаһын(2) 2. Ҡарлуғастар оса Ел дауылдар аша Ҡуныр оялары яр микән Ҡарлуғастар парлы Улар барһы зарлы Минең парым унда бар микән?! (2) 3. Йөрәк ҡарлуғасым. Ниңә йыраҡ остоң, Хыял ҡанаттарың талмаһын Аяуһыҙ бит яҙмыш, Аҙашырһың яңғыҙ Тормош тулҡынында ҡалма һин(2)
  • 1. Уралып ятҡан борма юлдар Тағы ла алып китә һине Ҡыуанып көтөп алырға, Оҙатып ҡалам һине Припев Борма -борма урау юлдарыңдан , Һағынып һине ҡаршылармын Иҫән генә йөрөп ҡайттыңмы тип Ҡосағыңа атылырмын (2 раза) 2. Һағынып көтөр кешең барын Иҫеңдән сығарма һин йәнем Фәрештәләр менән бергә Хәйерле юл теләйем Припев( 1) 3. Тормош юлдында йәнәш атлар, Тоғро юлдашың булырмын Иң ауыр минуттарҙа ла Яныңда мин ҡалырмын
  • 1. Алтын балдаҡ кейеп етәкләшеп, Парлы ғүмер үтмәй заяға. Юйылмаҫҡа яҡты эҙе ҡала Яңы һулыш килер яҙҙарҙа. Припев Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар, Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 2. Ҡулдарымды ҡулдарыңа бирәм Алтын балдаҡ бөгөн кейәбеҙ Аҡ ебәкле һөйөү сорнап алған Иң бәхетле кәләш кейәүбеҙ. Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 3. Ышанысым, таянысым минең Һин бит йәрем, ғүмер юлдашым Ят ҡулдар беҙҙе айырмаһын Беҙҙең парлы балдаҡ яҙмышын.
  • Айрылаһын белгән булһам Һөймәгән булыр инем Булдырып булһа был уйҙы(2) Һыуҙарға һалыр инем Припев Ай һай һыуҙары һыуҙары ла Һыу ағып барыуҙары Һыуға һалһам бөтөр кеүек Күңелем ярһыуҙары( 2 тапҡыр ) 2. Осрашмаған булыр инем Белгән булһам китәһен Шатланып йәшәр урынға(2) Мине моңһоу итәһен 3. Һаман һине онталмаған Күңелдәрем моң ғына Дауа булып йөрәгемә(2) Һыуҙар аға тым ғына
  • 1.Таңдан тороп, юлға сығам Тәбрик итер өсөн улымды. Тыуған көнөн менән ҡотлап, Бирермен тип уға ҡулымды. Припев Ашҡына ,ашҡына мин барам яныңа, Һин минең ғүмерелек илаһи терәгем. Улым тип ашҡынып балам тип талпынып тибәлер һәр ата әсәнең йөрәге (2р) 2.Ир -егеттәр тыуа ергә, Һис зарланмай ауыр яҙмыштан, Һин дә улым шул тоҡомдан, Ләззәт тапҡас ғәйәт ҙур эштән. 3.Беҙҙең теләк -сәләмәт бул, Күр изгелек һөйгән кешеңдән, үҙ балаңдан, дуҫ иштәрҙән, Көндө көнгә ялғар эшеңдән.