Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Улыма»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Таңдан тороп, юлға сығам
Тәбрик итер өсөн улымды.
Тыуған көнөн менән ҡотлап,
Бирермен тип уға ҡулымды.

Припев
Ашҡына ,ашҡына
мин барам яныңа,
Һин минең ғүмерелек илаһи терәгем.

Улым тип ашҡынып
балам тип талпынып
тибәлер һәр ата әсәнең йөрәге (2р)

2.Ир -егеттәр тыуа ергә,
Һис зарланмай ауыр яҙмыштан,
Һин дә улым шул тоҡомдан,
Ләззәт тапҡас ғәйәт ҙур эштән.


3.Беҙҙең теләк -сәләмәт бул,
Күр изгелек һөйгән кешеңдән,
үҙ балаңдан, дуҫ иштәрҙән,
Көндө көнгә ялғар эшеңдән.

Другие песни исполнителя:

  • Кемдэр әйтер ғүмерҙең Ҡайҙарҙа туҡталаһын Әйтсе йәнем зарҙарыңды Ниҙәрҙән уфтанаһың припев Һөйөү һал да йөрәгеңә. Һөйөп һөйөлөп йәшә Һандуғастар талда һайрап Беҙгә шулай өндәшә 2. Ҡойолоп төштөләр ергә Йыйылған алмаларым. Һалҡын һыуҙар баҫа алмай Йөрәгең яныуҙарын 3. Эх ,шул һөйөү, янда булһа Ҡартлыҡтар ҙа килмәйҙәр. Һөйөп һөйөлөп йәшәһәң Матур үтә ғүмерҙәр
  • 1.Яулыҡтарың әллә һинең,әллә һинең,әллә һинең, Яулыҡтарың әллә һинең -сигелгән.. Юлдарыңа әллә сирен,әллә сирен ,әллә сирен Юлдарыңа -һибелгән (2 раза) 2. Һине күреп бар тәбиғәт,бар тәбиғәт,бар тәбиғәт. Һине күреп бар тәбиғәт -һөйөнгән. Әллә инде өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең. Өҙөлгәнһең -сирендәй... 3. Йәшәй миндә һинең тауыш,һинең тауыш һинең тауыш, Йәшәй миндә һинең тауыш-һинең һүҙ.. Мөмкинме һуң танышыуҙар,табышыуҙар,ҡауышыуҙар Мөмкинме һуң - сиренһеҙ?
  • Рәсем булһаң, һайлар инем Рәсемдәрҙең үтә гүзәлен Балам ҡайғы күрмәһен тип, Күҙ йәштәрен түкмәһен тип, Өҙмәһен тип, юҡҡа үҙәген. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош. Ҡоштар булһам, теләр инем Тик оҡшарға бәйһеҙ аҡҡошҡа. Йәшәү көсө булһа көслө, Яҙғы ҡояш нуры төҫлө, Алыр инем үҙемә яҙмышҡа. Эй, һин яҙмыш, Шөкөр ит һин ошо тормошҡа. Аҡҡош көнөн кемдәр күрер, Уға оя кемдәр үрер, Ғашиҡ булмаһаң һин яҙмышҡа. Йәшәү өсөн, табып көсөн Ғашиҡ булһын кеше тормошҡа. Үҙе тапһын, аҫыл ташын, Үҙе тапһын, йөҙөк ҡашын, Аҡ бәхеттәр тыумай ул бушҡа. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош.
  • 1.Яҙғы урман буйҙары Яңғырай кәкүк моңдары Ямғыр яуғас тарала Йәйғор нурҙары ҡушымта Күктә йәйғор нурҙары Ерҙә ямғыр һыуҙары Йөрәгҽмдә бҽр гҽнә Иркәм һин гҽнә 2.Болоттарҙан юғары Уралымдың тауҙары Уйнай тауҙар үрҽндә Йәйғор нурҙары 3.Һин сәскәмдҽң наҙҙары Һин һөйөүҙҽң яҙҙары Йөрәгҽмдҽ яҡтырта Йәйғор нурҙары
  • 1.Тәүге һөйөү-тәүге хистәр ҡайнарлығы Һаман да йөрәгем түрендә. Мөхәббәттән шашып, бар донъяны ҡосоп Ҡушылғайны ул саҡ күңелдәр. 2.Бер кем дә әйтмәгән иң наҙлы һүҙҙәрҙе Бышылданы һинең ирендәр. Һөйөүемдең йәмен,ирендәрең тәмен Сер итеп һаҡланы сирендәр. 3.Һинең хаҡта уйым, һиңә барыр юлым Татлы хыял менән уралған. Меңдәр араһынан һин мине танырһың, Был йырым тик һиңә арналған.