Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тәүге һөйөү»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Тәүге һөйөү-тәүге хистәр
ҡайнарлығы
Һаман да йөрәгем түрендә.
Мөхәббәттән шашып,
бар донъяны ҡосоп
Ҡушылғайны ул саҡ күңелдәр.

2.Бер кем дә әйтмәгән
иң наҙлы һүҙҙәрҙе
Бышылданы һинең ирендәр.
Һөйөүемдең йәмен,ирендәрең тәмен
Сер итеп һаҡланы сирендәр.

3.Һинең хаҡта уйым,
һиңә барыр юлым
Татлы хыял менән уралған.
Меңдәр араһынан һин мине танырһың,
Был йырым тик һиңә арналған.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Оҙатҡанға ғына түгел Юлсыға ла яманһыу Айрылғанда һиндә ҡала Йөрәгемдең яртыһы Припев Көт кенә,көт кенә Көт иркәм Көтөүҙәр еңел түгел беләм айырылыуҙар һағышлы булһа ла Ҡабат күрешеүҙәр татлы икән(2 тапҡыр) 2. Юлдарҙа гел һаҡлап йөртә Һинең хәйерле доғаң илдәр йүгәнләп яныңа шул юлдар ашығам 3. Көтөп ҡалған саҡтарыңда Төштәреңә керермен Һин көт кенә,тик көтөп ал Тиҙҙән ҡайтып етермен.
  • 1. Алтын балдаҡ кейеп етәкләшеп, Парлы ғүмер үтмәй заяға. Юйылмаҫҡа яҡты эҙе ҡала Яңы һулыш килер яҙҙарҙа. Припев Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар, Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 2. Ҡулдарымды ҡулдарыңа бирәм Алтын балдаҡ бөгөн кейәбеҙ Аҡ ебәкле һөйөү сорнап алған Иң бәхетле кәләш кейәүбеҙ. Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 3. Ышанысым, таянысым минең Һин бит йәрем, ғүмер юлдашым Ят ҡулдар беҙҙе айырмаһын Беҙҙең парлы балдаҡ яҙмышын.
  • Кемдэр әйтер ғүмерҙең Ҡайҙарҙа туҡталаһын Әйтсе йәнем зарҙарыңды Ниҙәрҙән уфтанаһың припев Һөйөү һал да йөрәгеңә. Һөйөп һөйөлөп йәшә Һандуғастар талда һайрап Беҙгә шулай өндәшә 2. Ҡойолоп төштөләр ергә Йыйылған алмаларым. Һалҡын һыуҙар баҫа алмай Йөрәгең яныуҙарын 3. Эх ,шул һөйөү, янда булһа Ҡартлыҡтар ҙа килмәйҙәр. Һөйөп һөйөлөп йәшәһәң Матур үтә ғүмерҙәр
  • Айрылаһын белгән булһам Һөймәгән булыр инем Булдырып булһа был уйҙы(2) Һыуҙарға һалыр инем Припев Ай һай һыуҙары һыуҙары ла Һыу ағып барыуҙары Һыуға һалһам бөтөр кеүек Күңелем ярһыуҙары( 2 тапҡыр ) 2. Осрашмаған булыр инем Белгән булһам китәһен Шатланып йәшәр урынға(2) Мине моңһоу итәһен 3. Һаман һине онталмаған Күңелдәрем моң ғына Дауа булып йөрәгемә(2) Һыуҙар аға тым ғына
  • 1. Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ Тормоштар бара гөрләп. Йырламаһаң был хаҡта бит, Бөтөрөп булмаҫ һөйләп. ҠУШЫМТА: Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, Күңелдәр йырлап торһон. Яңы көнгә атлаганда, Уңыштар юлдаш булһын. 2. Ниндәй эшкә тотонһаң да, Янда яҡын дуҫтар бар. Беҙҙең күңел донъяһына, Хыял күктәре лә тар. 3. Алға ҡарап йәшәйексе Ҡыуаныста, шатлыҡта. Тик бәхетле булып ҡына, Таҙалыҡта, һаулыҡта.