Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Фируза Париж.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Фируза Париж

  • 1.Яулыҡтарың әллә һинең,әллә һинең,әллә һинең, Яулыҡтарың әллә һинең -сигелгән.. Юлдарыңа әллә сирен,әллә сирен ,әллә сирен Юлдарыңа -һибелгән (2 раза) 2. Һине күреп бар тәбиғәт,бар тәбиғәт,бар тәбиғәт. Һине күреп бар тәбиғәт -һөйөнгән. Әллә инде өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең. Өҙөлгәнһең -сирендәй... 3. Йәшәй миндә һинең тауыш,һинең тауыш һинең тауыш, Йәшәй миндә һинең тауыш-һинең һүҙ.. Мөмкинме һуң танышыуҙар,табышыуҙар,ҡауышыуҙар Мөмкинме һуң - сиренһеҙ?
  • Айрылаһын белгән булһам Һөймәгән булыр инем Булдырып булһа был уйҙы(2) Һыуҙарға һалыр инем Припев Ай һай һыуҙары һыуҙары ла Һыу ағып барыуҙары Һыуға һалһам бөтөр кеүек Күңелем ярһыуҙары( 2 тапҡыр ) 2. Осрашмаған булыр инем Белгән булһам китәһен Шатланып йәшәр урынға(2) Мине моңһоу итәһен 3. Һаман һине онталмаған Күңелдәрем моң ғына Дауа булып йөрәгемә(2) Һыуҙар аға тым ғына
  • 1. Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ Тормоштар бара гөрләп. Йырламаһаң был хаҡта бит, Бөтөрөп булмаҫ һөйләп. ҠУШЫМТА: Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, Күңелдәр йырлап торһон. Яңы көнгә атлаганда, Уңыштар юлдаш булһын. 2. Ниндәй эшкә тотонһаң да, Янда яҡын дуҫтар бар. Беҙҙең күңел донъяһына, Хыял күктәре лә тар. 3. Алға ҡарап йәшәйексе Ҡыуаныста, шатлыҡта. Тик бәхетле булып ҡына, Таҙалыҡта, һаулыҡта.
  • 1Һин ҡалдырған һөйөү , Әрней күкрәгемдә, Тынғы бирмәй көнөм төнөмә . Иртә торһам уйҙа Ҡайҙа ҡалдың ҡайҙа , Әллә ниҙәр килә башыма ҡушымта Хистәр тәрән - тәрән Тәрән йәшеренгән, Йөрөй уйҙар ҡайса аҙашып Ғазаптарга һалып, Әрнеү, ғонаһ алып, Йәшәмәгеҙ ерҙә алдашып 2.Хистәр ниңә йәшрен, Йәшәп йәшәп тә шул, Аңлай алмай кеше бер-береһен, Ваҡыт уҙғас ҡына , Һине үкендереп Иҫкә төшөр барһы ул бер көн. 3.Килмәм тиеп килден, Китмәм тиеп киттен, Ниҙәр генә икән өмөт иттең , Уттан һыуға һалдың, Ғазап булып ҡалдың , Һөйөү тигән һинең был хисең
  • 1. Оҙатҡанға ғына түгел Юлсыға ла яманһыу Айрылғанда һиндә ҡала Йөрәгемдең яртыһы Припев Көт кенә,көт кенә Көт иркәм Көтөүҙәр еңел түгел беләм айырылыуҙар һағышлы булһа ла Ҡабат күрешеүҙәр татлы икән(2 тапҡыр) 2. Юлдарҙа гел һаҡлап йөртә Һинең хәйерле доғаң илдәр йүгәнләп яныңа шул юлдар ашығам 3. Көтөп ҡалған саҡтарыңда Төштәреңә керермен Һин көт кенә,тик көтөп ал Тиҙҙән ҡайтып етермен.
  • 1. Бик яҡын ҡәҙерле Сәскә гөл шикелле Ҡабынған иң нурлы йондоҙом. Привев Тормошом күгендә Балҡыған бөгөн дә Иң яҡты йондоҙом, һин ҡыҙым. 2. Үҫ балам үҫ беҙҙең, Һөйөнөс шатлыҡҡа Күмелеп бәхеткә сафлыҡҡа 3. Ал булһын , гөл булһын Атлайһы юлдарың Һиң бағышлайым йырҙарым
  • Тыуған йортом алтын һарай түгел, Юнып һалған атай ҡулдары, Ошо йорттоң ошо тупһаһынан, Башландылар минең юлдарым. Припев Атай -әсәй йорто көнкүрештәр Шундай ябай ,шундай яғымлы, Ҡайтам әле ,ҡайтам яндарына, Ҡәҙерлеләремде һағынып Икмәк еҫе бөрккән тыуған йорттоң, Онотолмаҫ инде йәндәре Күңел түрҙәрендә әсәй наҙы, Ҡолағымда атай һүҙҙәре. Тыуған йортто зинһар онотмайыҡ, Тыуған тупһа нурлы ҡот һалыр, Атай әсәй доғалары беҙҙе , Бәлә ҡазаларҙан ҡотҡарыр.
  • 1. Мин бәхетле һинең янда Бәхет бит ул тик бергә Шатлыҡ ҡыуаныстар менән, Йәшәһәксе ғүмергә(2) припев Күҙҙҙәребеҙ- күҙҙәрҙә Ҡулдарыбыҙ- ҡулдарҙа Мөхәббәт яҡты йондоҙ ул, Тормош тигән юлдарҙа. 2. Һинең яҡты ҡарашың да Күңелемде күтәрә Бергә еңел, бергә рәхәт Һынауҙарҙы үтәргә(2) Припев (2). 3. Миңә бит ул -һин кәрәк Һиңә бит ул- мин кәрәк Йәшәһәксе гөрләп кенә Һәр ваҡыт булып терәк
  • 1.Таңдан тороп, юлға сығам Тәбрик итер өсөн улымды. Тыуған көнөн менән ҡотлап, Бирермен тип уға ҡулымды. Припев Ашҡына ,ашҡына мин барам яныңа, Һин минең ғүмерелек илаһи терәгем. Улым тип ашҡынып балам тип талпынып тибәлер һәр ата әсәнең йөрәге (2р) 2.Ир -егеттәр тыуа ергә, Һис зарланмай ауыр яҙмыштан, Һин дә улым шул тоҡомдан, Ләззәт тапҡас ғәйәт ҙур эштән. 3.Беҙҙең теләк -сәләмәт бул, Күр изгелек һөйгән кешеңдән, үҙ балаңдан, дуҫ иштәрҙән, Көндө көнгә ялғар эшеңдән.
  • 1.Бар сәскәләр гөлдә,пар аҡ ҡоштар күлдә Пар һандуғас булһа йыр матур Яныңдан айырылып,ҡанатың ҡайрылып ҡалһаң һинҽ кҽмдәр йыуатыр. ҡ-та: Йәнҽңдҽ ҡанатып,ҡайырма ҡанатын Ташлама йәрҽңдҽ ,ташлама Һинҽкҽнән артыҡ,түгҽл кҽшҽ йәрҽ Үҙ ҡанатың, бирмә башҡаға. 2.Йылғаларҙың яры,һаман ҡарлы -ҡарлы Көн ҡояшлы,төндөң айы бар Парлыларҙы күрҽп,үҙәктәрҽн өҙөп Ғүмҽр итә айырым яңғыҙҙар. 3.Бул гҽл һин янымда,ҡайғылы сағымда, Шатлығын да тигҽҙ бүлҽшҽп Күҙҙәрҽңә ҡарап,бҽр-бҽрҽңдҽ аңлап, Ғүмҽрҙәрҙә тигҽҙ һөйөшөп.
  • 1. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Мәшәҡәттәре лә китмәгән Ғүмер арғымағын эйәрләйек Ваҡыт дилбегәһен ебәрмәйек ПРИПЕВ Ни хәлдә һеҙ туғандар. Яҡынайһын аралар Донъяларҙы бер гөрләтеп әйҙәгеҙ күрешәйек 2. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәгән Йәшәләһе йылдар алда әле Йырланмаған йырҙар бар әле Припев 3. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Ҡартлыҡ килеп тәҙрә ситмәгән Иртәгәләр менән йәшәмәйек Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек. ҒҮМЕР ҮТКӘС ҮКЕНМӘЙЕК ЙЫШЫРАҠ КҮРЕШӘЙЕК
  • Алдарыңа ятып илар мәлем, Ғорурлығым нисек тыяйым, Күрһәтмәҫкә тамсы күҙ йәштәрем Сабырлығың ҡайҙан алайым. Припев Хыялый ҙа булам, диуана ла диуана, Булмышымды ҡайҙа ҡуяйым, Мин үҙемде һинең йөрәгеңә Һөйөү менән генә уяйым, Бәхетле шат йырҙан өҙөлдө моң Бары шомло уйҙар килә һуң инде һуң,һуң инде һуң 2. Ҡаршыларға йүг(е)реп барыр мәлем Ҡайтырыңды нисек беләйем Төндәремдең һинһеҙ үтеүенән Таң атыуын тиҙ(е)рәк теләйем.
  • 1.Әйтмә әле әйтмә ауыр һүҙҙәр Күңелемә һалма шомло хис Бер береңде маҡтауҙарға күмеп Бергә булыуҙары татлы бит ҡушымта Араларҙа ауыр һүҙҙәр барҙыр Шаярыуҙар бәлки бутаған Минең йәнем бөгөн наҙҙар көтә, Татлы һүҙҙәреңә һыуһаған. 2.Һалма мине һалма һағыштарға Тойғоларым менән шаярма Шаярыуҙар самаһынан сыҡһаң Ҡалыуыбыҙ бар бит сит ярҙа 3.Төшмә әле төшмә упҡындарға Тотон әле минең ҡулыма, Китмә әле китмә яндарымдан , Һинһеҙ йәнем хисһеҙ быуылам
  • 1. Уралып ятҡан борма юлдар Тағы ла алып китә һине Ҡыуанып көтөп алырға, Оҙатып ҡалам һине Припев Борма -борма урау юлдарыңдан , Һағынып һине ҡаршылармын Иҫән генә йөрөп ҡайттыңмы тип Ҡосағыңа атылырмын (2 раза) 2. Һағынып көтөр кешең барын Иҫеңдән сығарма һин йәнем Фәрештәләр менән бергә Хәйерле юл теләйем Припев( 1) 3. Тормош юлдында йәнәш атлар, Тоғро юлдашың булырмын Иң ауыр минуттарҙа ла Яныңда мин ҡалырмын
  • 1. Йондоҙҙарға беҙ менеп, Бейегәйнек бейеү,бейегәйнек бейеү. Ҡарҙар менән яуғайны, Күңелдәргә һөйөү,күңелдәргә һөйөү Һөйөү тынын өргәйнек Ап-аҡ ҡарлы донъяға, Сумғайныҡ бәхет эҙләп Мөхәббәтле даръя,мөхәббәтле даръяға Припев Һин бөгөн дә саҡыраһың, Мең йондоҙло, Йыһанға йыһанға бары һине һайлар инем, Мин яңынан,яңынан тыуһамда Болоттарарҙа аҙаштыҡ, Хыял илендә беҙ Хыял илендә икәү, Осоп китеп йыһанға Теләгәйнек бары иң изге теләктәр Һөйөү тынын өргәйнек Ап-аҡ ҡарлы донъяға, Сумғайныҡ бәхет эҙләп Мөхәббәтле даръя,мөхәббәтле даръяға Припев Һин бөгөн дә саҡыраһың, Мең йондоҙло, Йыһанға йыһанға бары һине һайлар инем, Мин яңынан,яңынан тыуһамда
  • 1.Тәүге һөйөү-тәүге хистәр ҡайнарлығы Һаман да йөрәгем түрендә. Мөхәббәттән шашып, бар донъяны ҡосоп Ҡушылғайны ул саҡ күңелдәр. 2.Бер кем дә әйтмәгән иң наҙлы һүҙҙәрҙе Бышылданы һинең ирендәр. Һөйөүемдең йәмен,ирендәрең тәмен Сер итеп һаҡланы сирендәр. 3.Һинең хаҡта уйым, һиңә барыр юлым Татлы хыял менән уралған. Меңдәр араһынан һин мине танырһың, Был йырым тик һиңә арналған.
  • 1. Алтын балдаҡ кейеп етәкләшеп, Парлы ғүмер үтмәй заяға. Юйылмаҫҡа яҡты эҙе ҡала Яңы һулыш килер яҙҙарҙа. Припев Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар, Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 2. Ҡулдарымды ҡулдарыңа бирәм Алтын балдаҡ бөгөн кейәбеҙ Аҡ ебәкле һөйөү сорнап алған Иң бәхетле кәләш кейәүбеҙ. Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 3. Ышанысым, таянысым минең Һин бит йәрем, ғүмер юлдашым Ят ҡулдар беҙҙе айырмаһын Беҙҙең парлы балдаҡ яҙмышын.
  • Йөрәгемдә уттар янһа, Әйтер һүҙем күп йыйылһа, (2) Абынғанда ,йығылғанда, Арығанда ,бөгөлгәндә Таянырға дуҫтар кәрәк(2) 2. Яраларым асылғанда Әрней әрней ауыртҡанда (2) Ҡайғыларҙан бөгөлгәндә Ярһый ярһый илағанда Йыуатырға дуҫтар кәрәк (2) 3. Шатлыҡтарым ташып сыҡһа, Уңыштарҙан баш әйләнһә (2) Шатлыҡлы көндәр булһа ла Ҡайғылы көндәр булһа ла Таянырға дуҫтар кәрәк (2) Йыуатырға дуҫтар кәрәк Таянырға дуҫтар кәрәк Ни булһа ла дуҫтар кәрәк
  • Рәсем булһаң, һайлар инем Рәсемдәрҙең үтә гүзәлен Балам ҡайғы күрмәһен тип, Күҙ йәштәрен түкмәһен тип, Өҙмәһен тип, юҡҡа үҙәген. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош. Ҡоштар булһам, теләр инем Тик оҡшарға бәйһеҙ аҡҡошҡа. Йәшәү көсө булһа көслө, Яҙғы ҡояш нуры төҫлө, Алыр инем үҙемә яҙмышҡа. Эй, һин яҙмыш, Шөкөр ит һин ошо тормошҡа. Аҡҡош көнөн кемдәр күрер, Уға оя кемдәр үрер, Ғашиҡ булмаһаң һин яҙмышҡа. Йәшәү өсөн, табып көсөн Ғашиҡ булһын кеше тормошҡа. Үҙе тапһын, аҫыл ташын, Үҙе тапһын, йөҙөк ҡашын, Аҡ бәхеттәр тыумай ул бушҡа. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош.
  • Күҙҙәреңде төбәп һинкүҙҙәремә, Яратаһыңмы тиеп һорайһың Шикләнеүҙәр борсоймо күңелең Йөрәгәгемде өтөп шулай ҡарайһың. ПРИПЕВ Яратам бары тик һине Яратам бәхетеп тиеп Яратам шашып өҙөлөп, Яратам бәғерем тиеп (2 ) 2. Төндәрҙән һуң үтер атыр таңдар Саф хистәрҙән яңы көн башлана Һүрелмәһен ҡайнар мөхәббәтең Ят ҡосаҡтарына мине ташлама Пр -в 3. Ҡояшҡа үрелеп үҫкән гөлдәрҙәй, Наҙҙарыңа иркәлә йәнем. Һинең менән йәшәү үҙе бәхет, Һинһеҙ йәшәүҙәрҙе мин белмәйем.
  • 1. Тормош киңлегендә Ел дауылдар аша Өйөрмәгә ҡаршы барма һин Йөрәк ҡарлуғасым , Ниңә йыраҡ остоң Өмөт ҡанаттарың талмаһын(2) 2. Ҡарлуғастар оса Ел дауылдар аша Ҡуныр оялары яр микән Ҡарлуғастар парлы Улар барһы зарлы Минең парым унда бар микән?! (2) 3. Йөрәк ҡарлуғасым. Ниңә йыраҡ остоң, Хыял ҡанаттарың талмаһын Аяуһыҙ бит яҙмыш, Аҙашырһың яңғыҙ Тормош тулҡынында ҡалма һин(2)
  • 1.Яҙғы урман буйҙары Яңғырай кәкүк моңдары Ямғыр яуғас тарала Йәйғор нурҙары ҡушымта Күктә йәйғор нурҙары Ерҙә ямғыр һыуҙары Йөрәгҽмдә бҽр гҽнә Иркәм һин гҽнә 2.Болоттарҙан юғары Уралымдың тауҙары Уйнай тауҙар үрҽндә Йәйғор нурҙары 3.Һин сәскәмдҽң наҙҙары Һин һөйөүҙҽң яҙҙары Йөрәгҽмдҽ яҡтырта Йәйғор нурҙары
  • Кемдэр әйтер ғүмерҙең Ҡайҙарҙа туҡталаһын Әйтсе йәнем зарҙарыңды Ниҙәрҙән уфтанаһың припев Һөйөү һал да йөрәгеңә. Һөйөп һөйөлөп йәшә Һандуғастар талда һайрап Беҙгә шулай өндәшә 2. Ҡойолоп төштөләр ергә Йыйылған алмаларым. Һалҡын һыуҙар баҫа алмай Йөрәгең яныуҙарын 3. Эх ,шул һөйөү, янда булһа Ҡартлыҡтар ҙа килмәйҙәр. Һөйөп һөйөлөп йәшәһәң Матур үтә ғүмерҙәр
  • 1. Мең-мең ярсыҡтарға бүленеп сатнаған Быялалай хистәр түгелде Әйтерһең дә миңә , оҙон оҙон төндәр Сикһеҙ уйҙар таныш түгелдәр Ҡулдарымдан тотоп Бергә атлаған мәл Оноттоңмо,оноттоңмо оноттоңмо һин Беҙҙе бәйләп торған, һөйөүҙең араһы Алыҫлашҡанын аңлап тойҙоңмо? припев Беләһеңме йөрәгемде, Урталайға телгәнеңде, Әйтелмәгән һүҙҙәрҙең Әйтеләһе килгәнде. Төштәремдә күргәнемде, Ҡабынып та һүнгәнемде беләһеңме икән һин. Беләһеңме икән һин Был донъяларҙа минең, йөрәгемде бары тик һинең, Йөрәгең ишетһен э-э- эй 2 Бергә булмаһаҡ та бараһы юлдарым Һинең менән генә үтелгән, Таңдар һыҙылғансы Һине уйлаған уй, Уйымлыҡтар һүтелгән Урау урау юлдар, Булһа ла арала Йөрәгемде йөрәгең менән һин ишет Юҡһыныуҙар менән һуғарығлан күңел Ҡанатын йәйеп осорлоҡ түгел
  • 1.Ҡулда булған бәхет ҡошом Һин осорма күктәргә һин ашыҡма ул бит үҙе кире ҡайтыр тейәргә припев Яратһаң, өҙөлөп һөйһәң, Һин мине ятҡа бирмә Шикле уйҙарҙы кертмәйсә Икәү булайыҡ гел бергә. 2.Мөхәббәт тигән былбылды Ысҡындырма ҡулыңдан бер мәл юғалып ҡалырһың бәхет китһә ҡулыңдан 3. Киткәндәрҙең урынына Һағыш үкенеү ҡала Ниңә тигән һорау менән Уйлап уйҙарым тала.
  • 1. Осоп уҙҙы баш осонан, Кейек ҡаҙҙар төркөмө. Ниңә һеҙгә шундай икән, Яҙмыштырҙың хөкөмө. Припев Бер ҡайталар ,бер китәләр тыуған ерҙәргә улар Ниндәй яҙмыш һынауҙарын Үтәләр кейек ҡаҙҙар 2. Ҡаңғылдашып,ҡаңғылдашып Ҡайталар кейек ҡаҙҙар, Шул ҡаҙҙарға эйәрептәр Киләләр ергә яҙҙар. Припев 3. Һағынғандар инде улар , Тыуып үҫкән күлдәрен. Белһәң ,аңлаһаң икән ул Уларҙың күңелдәрен.