Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Кейек ҡаҙҙар»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.
Осоп уҙҙы баш осонан,
Кейек ҡаҙҙар төркөмө.
Ниңә һеҙгә шундай икән,
Яҙмыштырҙың хөкөмө.

Припев
Бер ҡайталар ,бер китәләр
тыуған ерҙәргә улар
Ниндәй яҙмыш һынауҙарын
Үтәләр кейек ҡаҙҙар

2.
Ҡаңғылдашып,ҡаңғылдашып
Ҡайталар кейек ҡаҙҙар,
Шул ҡаҙҙарға эйәрептәр
Киләләр ергә яҙҙар.

Припев

3.
Һағынғандар инде улар ,
Тыуып үҫкән күлдәрен.
Белһәң ,аңлаһаң икән ул
Уларҙың күңелдәрен.

Другие песни исполнителя:

  • 1.Ҡулда булған бәхет ҡошом Һин осорма күктәргә һин ашыҡма ул бит үҙе кире ҡайтыр тейәргә припев Яратһаң, өҙөлөп һөйһәң, Һин мине ятҡа бирмә Шикле уйҙарҙы кертмәйсә Икәү булайыҡ гел бергә. 2.Мөхәббәт тигән былбылды Ысҡындырма ҡулыңдан бер мәл юғалып ҡалырһың бәхет китһә ҡулыңдан 3. Киткәндәрҙең урынына Һағыш үкенеү ҡала Ниңә тигән һорау менән Уйлап уйҙарым тала.
  • 1. Мең-мең ярсыҡтарға бүленеп сатнаған Быялалай хистәр түгелде Әйтерһең дә миңә , оҙон оҙон төндәр Сикһеҙ уйҙар таныш түгелдәр Ҡулдарымдан тотоп Бергә атлаған мәл Оноттоңмо,оноттоңмо оноттоңмо һин Беҙҙе бәйләп торған, һөйөүҙең араһы Алыҫлашҡанын аңлап тойҙоңмо? припев Беләһеңме йөрәгемде, Урталайға телгәнеңде, Әйтелмәгән һүҙҙәрҙең Әйтеләһе килгәнде. Төштәремдә күргәнемде, Ҡабынып та һүнгәнемде беләһеңме икән һин. Беләһеңме икән һин Был донъяларҙа минең, йөрәгемде бары тик һинең, Йөрәгең ишетһен э-э- эй 2 Бергә булмаһаҡ та бараһы юлдарым Һинең менән генә үтелгән, Таңдар һыҙылғансы Һине уйлаған уй, Уйымлыҡтар һүтелгән Урау урау юлдар, Булһа ла арала Йөрәгемде йөрәгең менән һин ишет Юҡһыныуҙар менән һуғарығлан күңел Ҡанатын йәйеп осорлоҡ түгел
  • 1. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Мәшәҡәттәре лә китмәгән Ғүмер арғымағын эйәрләйек Ваҡыт дилбегәһен ебәрмәйек ПРИПЕВ Ни хәлдә һеҙ туғандар. Яҡынайһын аралар Донъяларҙы бер гөрләтеп әйҙәгеҙ күрешәйек 2. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәгән Йәшәләһе йылдар алда әле Йырланмаған йырҙар бар әле Припев 3. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Ҡартлыҡ килеп тәҙрә ситмәгән Иртәгәләр менән йәшәмәйек Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек. ҒҮМЕР ҮТКӘС ҮКЕНМӘЙЕК ЙЫШЫРАҠ КҮРЕШӘЙЕК
  • 1.Таңдан тороп, юлға сығам Тәбрик итер өсөн улымды. Тыуған көнөн менән ҡотлап, Бирермен тип уға ҡулымды. Припев Ашҡына ,ашҡына мин барам яныңа, Һин минең ғүмерелек илаһи терәгем. Улым тип ашҡынып балам тип талпынып тибәлер һәр ата әсәнең йөрәге (2р) 2.Ир -егеттәр тыуа ергә, Һис зарланмай ауыр яҙмыштан, Һин дә улым шул тоҡомдан, Ләззәт тапҡас ғәйәт ҙур эштән. 3.Беҙҙең теләк -сәләмәт бул, Күр изгелек һөйгән кешеңдән, үҙ балаңдан, дуҫ иштәрҙән, Көндө көнгә ялғар эшеңдән.
  • Айрылаһын белгән булһам Һөймәгән булыр инем Булдырып булһа был уйҙы(2) Һыуҙарға һалыр инем Припев Ай һай һыуҙары һыуҙары ла Һыу ағып барыуҙары Һыуға һалһам бөтөр кеүек Күңелем ярһыуҙары( 2 тапҡыр ) 2. Осрашмаған булыр инем Белгән булһам китәһен Шатланып йәшәр урынға(2) Мине моңһоу итәһен 3. Һаман һине онталмаған Күңелдәрем моң ғына Дауа булып йөрәгемә(2) Һыуҙар аға тым ғына