Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һин мине ятҡа бирмә»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Ҡулда булған бәхет ҡошом
Һин осорма күктәргә
һин ашыҡма ул бит үҙе
кире ҡайтыр тейәргә

припев
Яратһаң, өҙөлөп һөйһәң,
Һин мине ятҡа бирмә
Шикле уйҙарҙы кертмәйсә
Икәү булайыҡ гел бергә.

2.Мөхәббәт тигән былбылды
Ысҡындырма ҡулыңдан
бер мәл юғалып ҡалырһың
бәхет китһә ҡулыңдан

3. Киткәндәрҙең урынына
Һағыш үкенеү ҡала
Ниңә тигән һорау менән
Уйлап уйҙарым тала.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ Тормоштар бара гөрләп. Йырламаһаң был хаҡта бит, Бөтөрөп булмаҫ һөйләп. ҠУШЫМТА: Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, Күңелдәр йырлап торһон. Яңы көнгә атлаганда, Уңыштар юлдаш булһын. 2. Ниндәй эшкә тотонһаң да, Янда яҡын дуҫтар бар. Беҙҙең күңел донъяһына, Хыял күктәре лә тар. 3. Алға ҡарап йәшәйексе Ҡыуаныста, шатлыҡта. Тик бәхетле булып ҡына, Таҙалыҡта, һаулыҡта.
  • 1Һин ҡалдырған һөйөү , Әрней күкрәгемдә, Тынғы бирмәй көнөм төнөмә . Иртә торһам уйҙа Ҡайҙа ҡалдың ҡайҙа , Әллә ниҙәр килә башыма ҡушымта Хистәр тәрән - тәрән Тәрән йәшеренгән, Йөрөй уйҙар ҡайса аҙашып Ғазаптарга һалып, Әрнеү, ғонаһ алып, Йәшәмәгеҙ ерҙә алдашып 2.Хистәр ниңә йәшрен, Йәшәп йәшәп тә шул, Аңлай алмай кеше бер-береһен, Ваҡыт уҙғас ҡына , Һине үкендереп Иҫкә төшөр барһы ул бер көн. 3.Килмәм тиеп килден, Китмәм тиеп киттен, Ниҙәр генә икән өмөт иттең , Уттан һыуға һалдың, Ғазап булып ҡалдың , Һөйөү тигән һинең был хисең
  • 1.Таңдан тороп, юлға сығам Тәбрик итер өсөн улымды. Тыуған көнөн менән ҡотлап, Бирермен тип уға ҡулымды. Припев Ашҡына ,ашҡына мин барам яныңа, Һин минең ғүмерелек илаһи терәгем. Улым тип ашҡынып балам тип талпынып тибәлер һәр ата әсәнең йөрәге (2р) 2.Ир -егеттәр тыуа ергә, Һис зарланмай ауыр яҙмыштан, Һин дә улым шул тоҡомдан, Ләззәт тапҡас ғәйәт ҙур эштән. 3.Беҙҙең теләк -сәләмәт бул, Күр изгелек һөйгән кешеңдән, үҙ балаңдан, дуҫ иштәрҙән, Көндө көнгә ялғар эшеңдән.
  • 1. Осоп уҙҙы баш осонан, Кейек ҡаҙҙар төркөмө. Ниңә һеҙгә шундай икән, Яҙмыштырҙың хөкөмө. Припев Бер ҡайталар ,бер китәләр тыуған ерҙәргә улар Ниндәй яҙмыш һынауҙарын Үтәләр кейек ҡаҙҙар 2. Ҡаңғылдашып,ҡаңғылдашып Ҡайталар кейек ҡаҙҙар, Шул ҡаҙҙарға эйәрептәр Киләләр ергә яҙҙар. Припев 3. Һағынғандар инде улар , Тыуып үҫкән күлдәрен. Белһәң ,аңлаһаң икән ул Уларҙың күңелдәрен.
  • 1.Яулыҡтарың әллә һинең,әллә һинең,әллә һинең, Яулыҡтарың әллә һинең -сигелгән.. Юлдарыңа әллә сирен,әллә сирен ,әллә сирен Юлдарыңа -һибелгән (2 раза) 2. Һине күреп бар тәбиғәт,бар тәбиғәт,бар тәбиғәт. Һине күреп бар тәбиғәт -һөйөнгән. Әллә инде өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең. Өҙөлгәнһең -сирендәй... 3. Йәшәй миндә һинең тауыш,һинең тауыш һинең тауыш, Йәшәй миндә һинең тауыш-һинең һүҙ.. Мөмкинме һуң танышыуҙар,табышыуҙар,ҡауышыуҙар Мөмкинме һуң - сиренһеҙ?