Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Хистәр»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1Һин ҡалдырған һөйөү ,
Әрней күкрәгемдә,
Тынғы бирмәй көнөм төнөмә .
Иртә торһам уйҙа
Ҡайҙа ҡалдың ҡайҙа ,
Әллә ниҙәр килә башыма

ҡушымта
Хистәр тәрән - тәрән
Тәрән йәшеренгән,
Йөрөй уйҙар ҡайса аҙашып
Ғазаптарга һалып,
Әрнеү, ғонаһ алып,
Йәшәмәгеҙ ерҙә алдашып

2.Хистәр ниңә йәшрен,
Йәшәп йәшәп тә шул,
Аңлай алмай кеше бер-береһен,
Ваҡыт уҙғас ҡына ,
Һине үкендереп
Иҫкә төшөр барһы ул бер көн.

3.Килмәм тиеп килден,
Китмәм тиеп киттен,
Ниҙәр генә икән өмөт иттең ,
Уттан һыуға һалдың,
Ғазап булып ҡалдың ,
Һөйөү тигән һинең был хисең

Клип к песне:

Другие песни исполнителя:

  • 1.Яулыҡтарың әллә һинең,әллә һинең,әллә һинең, Яулыҡтарың әллә һинең -сигелгән.. Юлдарыңа әллә сирен,әллә сирен ,әллә сирен Юлдарыңа -һибелгән (2 раза) 2. Һине күреп бар тәбиғәт,бар тәбиғәт,бар тәбиғәт. Һине күреп бар тәбиғәт -һөйөнгән. Әллә инде өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең. Өҙөлгәнһең -сирендәй... 3. Йәшәй миндә һинең тауыш,һинең тауыш һинең тауыш, Йәшәй миндә һинең тауыш-һинең һүҙ.. Мөмкинме һуң танышыуҙар,табышыуҙар,ҡауышыуҙар Мөмкинме һуң - сиренһеҙ?
  • 1. Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ Тормоштар бара гөрләп. Йырламаһаң был хаҡта бит, Бөтөрөп булмаҫ һөйләп. ҠУШЫМТА: Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, Күңелдәр йырлап торһон. Яңы көнгә атлаганда, Уңыштар юлдаш булһын. 2. Ниндәй эшкә тотонһаң да, Янда яҡын дуҫтар бар. Беҙҙең күңел донъяһына, Хыял күктәре лә тар. 3. Алға ҡарап йәшәйексе Ҡыуаныста, шатлыҡта. Тик бәхетле булып ҡына, Таҙалыҡта, һаулыҡта.
  • 1. Оҙатҡанға ғына түгел Юлсыға ла яманһыу Айрылғанда һиндә ҡала Йөрәгемдең яртыһы Припев Көт кенә,көт кенә Көт иркәм Көтөүҙәр еңел түгел беләм айырылыуҙар һағышлы булһа ла Ҡабат күрешеүҙәр татлы икән(2 тапҡыр) 2. Юлдарҙа гел һаҡлап йөртә Һинең хәйерле доғаң илдәр йүгәнләп яныңа шул юлдар ашығам 3. Көтөп ҡалған саҡтарыңда Төштәреңә керермен Һин көт кенә,тик көтөп ал Тиҙҙән ҡайтып етермен.
  • 1. Алтын балдаҡ кейеп етәкләшеп, Парлы ғүмер үтмәй заяға. Юйылмаҫҡа яҡты эҙе ҡала Яңы һулыш килер яҙҙарҙа. Припев Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар, Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 2. Ҡулдарымды ҡулдарыңа бирәм Алтын балдаҡ бөгөн кейәбеҙ Аҡ ебәкле һөйөү сорнап алған Иң бәхетле кәләш кейәүбеҙ. Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 3. Ышанысым, таянысым минең Һин бит йәрем, ғүмер юлдашым Ят ҡулдар беҙҙе айырмаһын Беҙҙең парлы балдаҡ яҙмышын.
  • Рәсем булһаң, һайлар инем Рәсемдәрҙең үтә гүзәлен Балам ҡайғы күрмәһен тип, Күҙ йәштәрен түкмәһен тип, Өҙмәһен тип, юҡҡа үҙәген. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош. Ҡоштар булһам, теләр инем Тик оҡшарға бәйһеҙ аҡҡошҡа. Йәшәү көсө булһа көслө, Яҙғы ҡояш нуры төҫлө, Алыр инем үҙемә яҙмышҡа. Эй, һин яҙмыш, Шөкөр ит һин ошо тормошҡа. Аҡҡош көнөн кемдәр күрер, Уға оя кемдәр үрер, Ғашиҡ булмаһаң һин яҙмышҡа. Йәшәү өсөн, табып көсөн Ғашиҡ булһын кеше тормошҡа. Үҙе тапһын, аҫыл ташын, Үҙе тапһын, йөҙөк ҡашын, Аҡ бәхеттәр тыумай ул бушҡа. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош.