Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Көт кенә»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.
Оҙатҡанға ғына түгел
Юлсыға ла яманһыу
Айрылғанда һиндә ҡала
Йөрәгемдең яртыһы

Припев
Көт кенә,көт кенә
Көт иркәм
Көтөүҙәр еңел түгел беләм
айырылыуҙар һағышлы булһа ла
Ҡабат күрешеүҙәр татлы икән(2 тапҡыр)

2.
Юлдарҙа гел һаҡлап йөртә
Һинең хәйерле доғаң
илдәр йүгәнләп яныңа
шул юлдар ашығам

3.
Көтөп ҡалған саҡтарыңда
Төштәреңә керермен
Һин көт кенә,тик көтөп ал
Тиҙҙән ҡайтып етермен.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ Тормоштар бара гөрләп. Йырламаһаң был хаҡта бит, Бөтөрөп булмаҫ һөйләп. ҠУШЫМТА: Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, Күңелдәр йырлап торһон. Яңы көнгә атлаганда, Уңыштар юлдаш булһын. 2. Ниндәй эшкә тотонһаң да, Янда яҡын дуҫтар бар. Беҙҙең күңел донъяһына, Хыял күктәре лә тар. 3. Алға ҡарап йәшәйексе Ҡыуаныста, шатлыҡта. Тик бәхетле булып ҡына, Таҙалыҡта, һаулыҡта.
  • Кемдэр әйтер ғүмерҙең Ҡайҙарҙа туҡталаһын Әйтсе йәнем зарҙарыңды Ниҙәрҙән уфтанаһың припев Һөйөү һал да йөрәгеңә. Һөйөп һөйөлөп йәшә Һандуғастар талда һайрап Беҙгә шулай өндәшә 2. Ҡойолоп төштөләр ергә Йыйылған алмаларым. Һалҡын һыуҙар баҫа алмай Йөрәгең яныуҙарын 3. Эх ,шул һөйөү, янда булһа Ҡартлыҡтар ҙа килмәйҙәр. Һөйөп һөйөлөп йәшәһәң Матур үтә ғүмерҙәр
  • 1.Әйтмә әле әйтмә ауыр һүҙҙәр Күңелемә һалма шомло хис Бер береңде маҡтауҙарға күмеп Бергә булыуҙары татлы бит ҡушымта Араларҙа ауыр һүҙҙәр барҙыр Шаярыуҙар бәлки бутаған Минең йәнем бөгөн наҙҙар көтә, Татлы һүҙҙәреңә һыуһаған. 2.Һалма мине һалма һағыштарға Тойғоларым менән шаярма Шаярыуҙар самаһынан сыҡһаң Ҡалыуыбыҙ бар бит сит ярҙа 3.Төшмә әле төшмә упҡындарға Тотон әле минең ҡулыма, Китмә әле китмә яндарымдан , Һинһеҙ йәнем хисһеҙ быуылам
  • 1.Ҡулда булған бәхет ҡошом Һин осорма күктәргә һин ашыҡма ул бит үҙе кире ҡайтыр тейәргә припев Яратһаң, өҙөлөп һөйһәң, Һин мине ятҡа бирмә Шикле уйҙарҙы кертмәйсә Икәү булайыҡ гел бергә. 2.Мөхәббәт тигән былбылды Ысҡындырма ҡулыңдан бер мәл юғалып ҡалырһың бәхет китһә ҡулыңдан 3. Киткәндәрҙең урынына Һағыш үкенеү ҡала Ниңә тигән һорау менән Уйлап уйҙарым тала.
  • 1.Яҙғы урман буйҙары Яңғырай кәкүк моңдары Ямғыр яуғас тарала Йәйғор нурҙары ҡушымта Күктә йәйғор нурҙары Ерҙә ямғыр һыуҙары Йөрәгҽмдә бҽр гҽнә Иркәм һин гҽнә 2.Болоттарҙан юғары Уралымдың тауҙары Уйнай тауҙар үрҽндә Йәйғор нурҙары 3.Һин сәскәмдҽң наҙҙары Һин һөйөүҙҽң яҙҙары Йөрәгҽмдҽ яҡтырта Йәйғор нурҙары