Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ауыр һүҙ»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Әйтмә әле әйтмә ауыр һүҙҙәр
Күңелемә һалма шомло хис
Бер береңде маҡтауҙарға күмеп
Бергә булыуҙары татлы бит

ҡушымта
Араларҙа ауыр һүҙҙәр барҙыр
Шаярыуҙар бәлки бутаған
Минең йәнем бөгөн наҙҙар көтә,
Татлы һүҙҙәреңә һыуһаған.

2.Һалма мине һалма һағыштарға
Тойғоларым менән шаярма
Шаярыуҙар самаһынан сыҡһаң
Ҡалыуыбыҙ бар бит сит ярҙа

3.Төшмә әле төшмә упҡындарға
Тотон әле минең ҡулыма,
Китмә әле китмә яндарымдан ,
Һинһеҙ йәнем хисһеҙ быуылам

Другие песни исполнителя:

  • 1. Йондоҙҙарға беҙ менеп, Бейегәйнек бейеү,бейегәйнек бейеү. Ҡарҙар менән яуғайны, Күңелдәргә һөйөү,күңелдәргә һөйөү Һөйөү тынын өргәйнек Ап-аҡ ҡарлы донъяға, Сумғайныҡ бәхет эҙләп Мөхәббәтле даръя,мөхәббәтле даръяға Припев Һин бөгөн дә саҡыраһың, Мең йондоҙло, Йыһанға йыһанға бары һине һайлар инем, Мин яңынан,яңынан тыуһамда Болоттарарҙа аҙаштыҡ, Хыял илендә беҙ Хыял илендә икәү, Осоп китеп йыһанға Теләгәйнек бары иң изге теләктәр Һөйөү тынын өргәйнек Ап-аҡ ҡарлы донъяға, Сумғайныҡ бәхет эҙләп Мөхәббәтле даръя,мөхәббәтле даръяға Припев Һин бөгөн дә саҡыраһың, Мең йондоҙло, Йыһанға йыһанға бары һине һайлар инем, Мин яңынан,яңынан тыуһамда
  • Тыуған йортом алтын һарай түгел, Юнып һалған атай ҡулдары, Ошо йорттоң ошо тупһаһынан, Башландылар минең юлдарым. Припев Атай -әсәй йорто көнкүрештәр Шундай ябай ,шундай яғымлы, Ҡайтам әле ,ҡайтам яндарына, Ҡәҙерлеләремде һағынып Икмәк еҫе бөрккән тыуған йорттоң, Онотолмаҫ инде йәндәре Күңел түрҙәрендә әсәй наҙы, Ҡолағымда атай һүҙҙәре. Тыуған йортто зинһар онотмайыҡ, Тыуған тупһа нурлы ҡот һалыр, Атай әсәй доғалары беҙҙе , Бәлә ҡазаларҙан ҡотҡарыр.
  • 1.Ҡулда булған бәхет ҡошом Һин осорма күктәргә һин ашыҡма ул бит үҙе кире ҡайтыр тейәргә припев Яратһаң, өҙөлөп һөйһәң, Һин мине ятҡа бирмә Шикле уйҙарҙы кертмәйсә Икәү булайыҡ гел бергә. 2.Мөхәббәт тигән былбылды Ысҡындырма ҡулыңдан бер мәл юғалып ҡалырһың бәхет китһә ҡулыңдан 3. Киткәндәрҙең урынына Һағыш үкенеү ҡала Ниңә тигән һорау менән Уйлап уйҙарым тала.
  • 1. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Мәшәҡәттәре лә китмәгән Ғүмер арғымағын эйәрләйек Ваҡыт дилбегәһен ебәрмәйек ПРИПЕВ Ни хәлдә һеҙ туғандар. Яҡынайһын аралар Донъяларҙы бер гөрләтеп әйҙәгеҙ күрешәйек 2. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәгән Йәшәләһе йылдар алда әле Йырланмаған йырҙар бар әле Припев 3. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Ҡартлыҡ килеп тәҙрә ситмәгән Иртәгәләр менән йәшәмәйек Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек. ҒҮМЕР ҮТКӘС ҮКЕНМӘЙЕК ЙЫШЫРАҠ КҮРЕШӘЙЕК