Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Сирендәр (Рәмил Туйсин менән)»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Яулыҡтарың әллә һинең,әллә һинең,әллә һинең,
Яулыҡтарың әллә һинең -сигелгән..

Юлдарыңа әллә сирен,әллә сирен ,әллә сирен
Юлдарыңа -һибелгән (2 раза)

2.
Һине күреп бар тәбиғәт,бар тәбиғәт,бар тәбиғәт.
Һине күреп бар тәбиғәт -һөйөнгән.

Әллә инде өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең.
Өҙөлгәнһең -сирендәй...

3.
Йәшәй миндә һинең тауыш,һинең тауыш һинең тауыш,
Йәшәй миндә һинең тауыш-һинең һүҙ..

Мөмкинме һуң танышыуҙар,табышыуҙар,ҡауышыуҙар
Мөмкинме һуң - сиренһеҙ?

Другие песни исполнителя:

  • 1. Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ Тормоштар бара гөрләп. Йырламаһаң был хаҡта бит, Бөтөрөп булмаҫ һөйләп. ҠУШЫМТА: Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, Күңелдәр йырлап торһон. Яңы көнгә атлаганда, Уңыштар юлдаш булһын. 2. Ниндәй эшкә тотонһаң да, Янда яҡын дуҫтар бар. Беҙҙең күңел донъяһына, Хыял күктәре лә тар. 3. Алға ҡарап йәшәйексе Ҡыуаныста, шатлыҡта. Тик бәхетле булып ҡына, Таҙалыҡта, һаулыҡта.
  • 1. Мин бәхетле һинең янда Бәхет бит ул тик бергә Шатлыҡ ҡыуаныстар менән, Йәшәһәксе ғүмергә(2) припев Күҙҙҙәребеҙ- күҙҙәрҙә Ҡулдарыбыҙ- ҡулдарҙа Мөхәббәт яҡты йондоҙ ул, Тормош тигән юлдарҙа. 2. Һинең яҡты ҡарашың да Күңелемде күтәрә Бергә еңел, бергә рәхәт Һынауҙарҙы үтәргә(2) Припев (2). 3. Миңә бит ул -һин кәрәк Һиңә бит ул- мин кәрәк Йәшәһәксе гөрләп кенә Һәр ваҡыт булып терәк
  • 1. Алтын балдаҡ кейеп етәкләшеп, Парлы ғүмер үтмәй заяға. Юйылмаҫҡа яҡты эҙе ҡала Яңы һулыш килер яҙҙарҙа. Припев Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар, Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 2. Ҡулдарымды ҡулдарыңа бирәм Алтын балдаҡ бөгөн кейәбеҙ Аҡ ебәкле һөйөү сорнап алған Иң бәхетле кәләш кейәүбеҙ. Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 3. Ышанысым, таянысым минең Һин бит йәрем, ғүмер юлдашым Ят ҡулдар беҙҙе айырмаһын Беҙҙең парлы балдаҡ яҙмышын.
  • 1. Оҙатҡанға ғына түгел Юлсыға ла яманһыу Айрылғанда һиндә ҡала Йөрәгемдең яртыһы Припев Көт кенә,көт кенә Көт иркәм Көтөүҙәр еңел түгел беләм айырылыуҙар һағышлы булһа ла Ҡабат күрешеүҙәр татлы икән(2 тапҡыр) 2. Юлдарҙа гел һаҡлап йөртә Һинең хәйерле доғаң илдәр йүгәнләп яныңа шул юлдар ашығам 3. Көтөп ҡалған саҡтарыңда Төштәреңә керермен Һин көт кенә,тик көтөп ал Тиҙҙән ҡайтып етермен.
  • 1.Тәүге һөйөү-тәүге хистәр ҡайнарлығы Һаман да йөрәгем түрендә. Мөхәббәттән шашып, бар донъяны ҡосоп Ҡушылғайны ул саҡ күңелдәр. 2.Бер кем дә әйтмәгән иң наҙлы һүҙҙәрҙе Бышылданы һинең ирендәр. Һөйөүемдең йәмен,ирендәрең тәмен Сер итеп һаҡланы сирендәр. 3.Һинең хаҡта уйым, һиңә барыр юлым Татлы хыял менән уралған. Меңдәр араһынан һин мине танырһың, Был йырым тик һиңә арналған.