Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Йөрәгең ишетһен»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.
Мең-мең ярсыҡтарға
бүленеп сатнаған
Быялалай хистәр түгелде
Әйтерһең дә миңә ,
оҙон оҙон төндәр
Сикһеҙ уйҙар таныш түгелдәр

Ҡулдарымдан тотоп
Бергә атлаған мәл
Оноттоңмо,оноттоңмо оноттоңмо һин
Беҙҙе бәйләп торған, һөйөүҙең араһы
Алыҫлашҡанын аңлап тойҙоңмо?


припев
Беләһеңме йөрәгемде,
Урталайға телгәнеңде,
Әйтелмәгән һүҙҙәрҙең
Әйтеләһе килгәнде.
Төштәремдә күргәнемде,
Ҡабынып та һүнгәнемде
беләһеңме икән һин.
Беләһеңме икән һин

Был донъяларҙа минең,
йөрәгемде бары тик һинең,
Йөрәгең ишетһен э-э- эй

2
Бергә булмаһаҡ та бараһы юлдарым
Һинең менән генә үтелгән,
Таңдар һыҙылғансы
Һине уйлаған уй,
Уйымлыҡтар һүтелгән
Урау урау юлдар,
Булһа ла арала
Йөрәгемде йөрәгең менән һин ишет
Юҡһыныуҙар менән һуғарығлан күңел
Ҡанатын йәйеп осорлоҡ түгел

Другие песни исполнителя:

  • Күҙҙәреңде төбәп һинкүҙҙәремә, Яратаһыңмы тиеп һорайһың Шикләнеүҙәр борсоймо күңелең Йөрәгәгемде өтөп шулай ҡарайһың. ПРИПЕВ Яратам бары тик һине Яратам бәхетеп тиеп Яратам шашып өҙөлөп, Яратам бәғерем тиеп (2 ) 2. Төндәрҙән һуң үтер атыр таңдар Саф хистәрҙән яңы көн башлана Һүрелмәһен ҡайнар мөхәббәтең Ят ҡосаҡтарына мине ташлама Пр -в 3. Ҡояшҡа үрелеп үҫкән гөлдәрҙәй, Наҙҙарыңа иркәлә йәнем. Һинең менән йәшәү үҙе бәхет, Һинһеҙ йәшәүҙәрҙе мин белмәйем.
  • Алдарыңа ятып илар мәлем, Ғорурлығым нисек тыяйым, Күрһәтмәҫкә тамсы күҙ йәштәрем Сабырлығың ҡайҙан алайым. Припев Хыялый ҙа булам, диуана ла диуана, Булмышымды ҡайҙа ҡуяйым, Мин үҙемде һинең йөрәгеңә Һөйөү менән генә уяйым, Бәхетле шат йырҙан өҙөлдө моң Бары шомло уйҙар килә һуң инде һуң,һуң инде һуң 2. Ҡаршыларға йүг(е)реп барыр мәлем Ҡайтырыңды нисек беләйем Төндәремдең һинһеҙ үтеүенән Таң атыуын тиҙ(е)рәк теләйем.
  • 1. Оҙатҡанға ғына түгел Юлсыға ла яманһыу Айрылғанда һиндә ҡала Йөрәгемдең яртыһы Припев Көт кенә,көт кенә Көт иркәм Көтөүҙәр еңел түгел беләм айырылыуҙар һағышлы булһа ла Ҡабат күрешеүҙәр татлы икән(2 тапҡыр) 2. Юлдарҙа гел һаҡлап йөртә Һинең хәйерле доғаң илдәр йүгәнләп яныңа шул юлдар ашығам 3. Көтөп ҡалған саҡтарыңда Төштәреңә керермен Һин көт кенә,тик көтөп ал Тиҙҙән ҡайтып етермен.
  • Айрылаһын белгән булһам Һөймәгән булыр инем Булдырып булһа был уйҙы(2) Һыуҙарға һалыр инем Припев Ай һай һыуҙары һыуҙары ла Һыу ағып барыуҙары Һыуға һалһам бөтөр кеүек Күңелем ярһыуҙары( 2 тапҡыр ) 2. Осрашмаған булыр инем Белгән булһам китәһен Шатланып йәшәр урынға(2) Мине моңһоу итәһен 3. Һаман һине онталмаған Күңелдәрем моң ғына Дауа булып йөрәгемә(2) Һыуҙар аға тым ғына