Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һуң инде, һуң»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Алдарыңа ятып илар мәлем,
Ғорурлығым нисек тыяйым,
Күрһәтмәҫкә тамсы күҙ йәштәрем
Сабырлығың ҡайҙан алайым.

Припев
Хыялый ҙа булам,
диуана ла диуана,
Булмышымды ҡайҙа ҡуяйым,
Мин үҙемде һинең йөрәгеңә
Һөйөү менән генә уяйым,

Бәхетле шат йырҙан өҙөлдө моң
Бары шомло уйҙар килә
һуң инде һуң,һуң инде һуң

2.
Ҡаршыларға йүг(е)реп барыр мәлем
Ҡайтырыңды нисек беләйем
Төндәремдең һинһеҙ үтеүенән
Таң атыуын тиҙ(е)рәк теләйем.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Мәшәҡәттәре лә китмәгән Ғүмер арғымағын эйәрләйек Ваҡыт дилбегәһен ебәрмәйек ПРИПЕВ Ни хәлдә һеҙ туғандар. Яҡынайһын аралар Донъяларҙы бер гөрләтеп әйҙәгеҙ күрешәйек 2. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәгән Йәшәләһе йылдар алда әле Йырланмаған йырҙар бар әле Припев 3. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Ҡартлыҡ килеп тәҙрә ситмәгән Иртәгәләр менән йәшәмәйек Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек. ҒҮМЕР ҮТКӘС ҮКЕНМӘЙЕК ЙЫШЫРАҠ КҮРЕШӘЙЕК
  • Күҙҙәреңде төбәп һинкүҙҙәремә, Яратаһыңмы тиеп һорайһың Шикләнеүҙәр борсоймо күңелең Йөрәгәгемде өтөп шулай ҡарайһың. ПРИПЕВ Яратам бары тик һине Яратам бәхетеп тиеп Яратам шашып өҙөлөп, Яратам бәғерем тиеп (2 ) 2. Төндәрҙән һуң үтер атыр таңдар Саф хистәрҙән яңы көн башлана Һүрелмәһен ҡайнар мөхәббәтең Ят ҡосаҡтарына мине ташлама Пр -в 3. Ҡояшҡа үрелеп үҫкән гөлдәрҙәй, Наҙҙарыңа иркәлә йәнем. Һинең менән йәшәү үҙе бәхет, Һинһеҙ йәшәүҙәрҙе мин белмәйем.
  • 1. Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ Тормоштар бара гөрләп. Йырламаһаң был хаҡта бит, Бөтөрөп булмаҫ һөйләп. ҠУШЫМТА: Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, Күңелдәр йырлап торһон. Яңы көнгә атлаганда, Уңыштар юлдаш булһын. 2. Ниндәй эшкә тотонһаң да, Янда яҡын дуҫтар бар. Беҙҙең күңел донъяһына, Хыял күктәре лә тар. 3. Алға ҡарап йәшәйексе Ҡыуаныста, шатлыҡта. Тик бәхетле булып ҡына, Таҙалыҡта, һаулыҡта.
  • Тыуған йортом алтын һарай түгел, Юнып һалған атай ҡулдары, Ошо йорттоң ошо тупһаһынан, Башландылар минең юлдарым. Припев Атай -әсәй йорто көнкүрештәр Шундай ябай ,шундай яғымлы, Ҡайтам әле ,ҡайтам яндарына, Ҡәҙерлеләремде һағынып Икмәк еҫе бөрккән тыуған йорттоң, Онотолмаҫ инде йәндәре Күңел түрҙәрендә әсәй наҙы, Ҡолағымда атай һүҙҙәре. Тыуған йортто зинһар онотмайыҡ, Тыуған тупһа нурлы ҡот һалыр, Атай әсәй доғалары беҙҙе , Бәлә ҡазаларҙан ҡотҡарыр.