Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Сэйэ сэскэлэре»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • 1. Мин бәхетле һинең янда Бәхет бит ул тик бергә Шатлыҡ ҡыуаныстар менән, Йәшәһәксе ғүмергә(2) припев Күҙҙҙәребеҙ- күҙҙәрҙә Ҡулдарыбыҙ- ҡулдарҙа Мөхәббәт яҡты йондоҙ ул, Тормош тигән юлдарҙа. 2. Һинең яҡты ҡарашың да Күңелемде күтәрә Бергә еңел, бергә рәхәт Һынауҙарҙы үтәргә(2) Припев (2). 3. Миңә бит ул -һин кәрәк Һиңә бит ул- мин кәрәк Йәшәһәксе гөрләп кенә Һәр ваҡыт булып терәк
  • 1. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Мәшәҡәттәре лә китмәгән Ғүмер арғымағын эйәрләйек Ваҡыт дилбегәһен ебәрмәйек ПРИПЕВ Ни хәлдә һеҙ туғандар. Яҡынайһын аралар Донъяларҙы бер гөрләтеп әйҙәгеҙ күрешәйек 2. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәгән Йәшәләһе йылдар алда әле Йырланмаған йырҙар бар әле Припев 3. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Ҡартлыҡ килеп тәҙрә ситмәгән Иртәгәләр менән йәшәмәйек Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек. ҒҮМЕР ҮТКӘС ҮКЕНМӘЙЕК ЙЫШЫРАҠ КҮРЕШӘЙЕК
  • 1. Осоп уҙҙы баш осонан, Кейек ҡаҙҙар төркөмө. Ниңә һеҙгә шундай икән, Яҙмыштырҙың хөкөмө. Припев Бер ҡайталар ,бер китәләр тыуған ерҙәргә улар Ниндәй яҙмыш һынауҙарын Үтәләр кейек ҡаҙҙар 2. Ҡаңғылдашып,ҡаңғылдашып Ҡайталар кейек ҡаҙҙар, Шул ҡаҙҙарға эйәрептәр Киләләр ергә яҙҙар. Припев 3. Һағынғандар инде улар , Тыуып үҫкән күлдәрен. Белһәң ,аңлаһаң икән ул Уларҙың күңелдәрен.
  • Тыуған йортом алтын һарай түгел, Юнып һалған атай ҡулдары, Ошо йорттоң ошо тупһаһынан, Башландылар минең юлдарым. Припев Атай -әсәй йорто көнкүрештәр Шундай ябай ,шундай яғымлы, Ҡайтам әле ,ҡайтам яндарына, Ҡәҙерлеләремде һағынып Икмәк еҫе бөрккән тыуған йорттоң, Онотолмаҫ инде йәндәре Күңел түрҙәрендә әсәй наҙы, Ҡолағымда атай һүҙҙәре. Тыуған йортто зинһар онотмайыҡ, Тыуған тупһа нурлы ҡот һалыр, Атай әсәй доғалары беҙҙе , Бәлә ҡазаларҙан ҡотҡарыр.
  • Рәсем булһаң, һайлар инем Рәсемдәрҙең үтә гүзәлен Балам ҡайғы күрмәһен тип, Күҙ йәштәрен түкмәһен тип, Өҙмәһен тип, юҡҡа үҙәген. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош. Ҡоштар булһам, теләр инем Тик оҡшарға бәйһеҙ аҡҡошҡа. Йәшәү көсө булһа көслө, Яҙғы ҡояш нуры төҫлө, Алыр инем үҙемә яҙмышҡа. Эй, һин яҙмыш, Шөкөр ит һин ошо тормошҡа. Аҡҡош көнөн кемдәр күрер, Уға оя кемдәр үрер, Ғашиҡ булмаһаң һин яҙмышҡа. Йәшәү өсөн, табып көсөн Ғашиҡ булһын кеше тормошҡа. Үҙе тапһын, аҫыл ташын, Үҙе тапһын, йөҙөк ҡашын, Аҡ бәхеттәр тыумай ул бушҡа. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош.