Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яратам»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Күҙҙәреңде төбәп һинкүҙҙәремә,
Яратаһыңмы тиеп һорайһың
Шикләнеүҙәр борсоймо күңелең
Йөрәгәгемде өтөп шулай ҡарайһың.

ПРИПЕВ
Яратам бары тик һине
Яратам бәхетеп тиеп
Яратам шашып өҙөлөп,
Яратам бәғерем тиеп (2 )

2. Төндәрҙән һуң үтер атыр таңдар
Саф хистәрҙән яңы көн башлана
Һүрелмәһен ҡайнар мөхәббәтең
Ят ҡосаҡтарына мине ташлама
Пр -в 3.

Ҡояшҡа үрелеп үҫкән гөлдәрҙәй,
Наҙҙарыңа иркәлә йәнем.
Һинең менән йәшәү үҙе бәхет,
Һинһеҙ йәшәүҙәрҙе мин белмәйем.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Осоп уҙҙы баш осонан, Кейек ҡаҙҙар төркөмө. Ниңә һеҙгә шундай икән, Яҙмыштырҙың хөкөмө. Припев Бер ҡайталар ,бер китәләр тыуған ерҙәргә улар Ниндәй яҙмыш һынауҙарын Үтәләр кейек ҡаҙҙар 2. Ҡаңғылдашып,ҡаңғылдашып Ҡайталар кейек ҡаҙҙар, Шул ҡаҙҙарға эйәрептәр Киләләр ергә яҙҙар. Припев 3. Һағынғандар инде улар , Тыуып үҫкән күлдәрен. Белһәң ,аңлаһаң икән ул Уларҙың күңелдәрен.
  • 1. Мең-мең ярсыҡтарға бүленеп сатнаған Быялалай хистәр түгелде Әйтерһең дә миңә , оҙон оҙон төндәр Сикһеҙ уйҙар таныш түгелдәр Ҡулдарымдан тотоп Бергә атлаған мәл Оноттоңмо,оноттоңмо оноттоңмо һин Беҙҙе бәйләп торған, һөйөүҙең араһы Алыҫлашҡанын аңлап тойҙоңмо? припев Беләһеңме йөрәгемде, Урталайға телгәнеңде, Әйтелмәгән һүҙҙәрҙең Әйтеләһе килгәнде. Төштәремдә күргәнемде, Ҡабынып та һүнгәнемде беләһеңме икән һин. Беләһеңме икән һин Был донъяларҙа минең, йөрәгемде бары тик һинең, Йөрәгең ишетһен э-э- эй 2 Бергә булмаһаҡ та бараһы юлдарым Һинең менән генә үтелгән, Таңдар һыҙылғансы Һине уйлаған уй, Уйымлыҡтар һүтелгән Урау урау юлдар, Булһа ла арала Йөрәгемде йөрәгең менән һин ишет Юҡһыныуҙар менән һуғарығлан күңел Ҡанатын йәйеп осорлоҡ түгел
  • Кемдэр әйтер ғүмерҙең Ҡайҙарҙа туҡталаһын Әйтсе йәнем зарҙарыңды Ниҙәрҙән уфтанаһың припев Һөйөү һал да йөрәгеңә. Һөйөп һөйөлөп йәшә Һандуғастар талда һайрап Беҙгә шулай өндәшә 2. Ҡойолоп төштөләр ергә Йыйылған алмаларым. Һалҡын һыуҙар баҫа алмай Йөрәгең яныуҙарын 3. Эх ,шул һөйөү, янда булһа Ҡартлыҡтар ҙа килмәйҙәр. Һөйөп һөйөлөп йәшәһәң Матур үтә ғүмерҙәр
  • 1. Уралып ятҡан борма юлдар Тағы ла алып китә һине Ҡыуанып көтөп алырға, Оҙатып ҡалам һине Припев Борма -борма урау юлдарыңдан , Һағынып һине ҡаршылармын Иҫән генә йөрөп ҡайттыңмы тип Ҡосағыңа атылырмын (2 раза) 2. Һағынып көтөр кешең барын Иҫеңдән сығарма һин йәнем Фәрештәләр менән бергә Хәйерле юл теләйем Припев( 1) 3. Тормош юлдында йәнәш атлар, Тоғро юлдашың булырмын Иң ауыр минуттарҙа ла Яныңда мин ҡалырмын
  • 1. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Мәшәҡәттәре лә китмәгән Ғүмер арғымағын эйәрләйек Ваҡыт дилбегәһен ебәрмәйек ПРИПЕВ Ни хәлдә һеҙ туғандар. Яҡынайһын аралар Донъяларҙы бер гөрләтеп әйҙәгеҙ күрешәйек 2. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәгән Йәшәләһе йылдар алда әле Йырланмаған йырҙар бар әле Припев 3. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Ҡартлыҡ килеп тәҙрә ситмәгән Иртәгәләр менән йәшәмәйек Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек. ҒҮМЕР ҮТКӘС ҮКЕНМӘЙЕК ЙЫШЫРАҠ КҮРЕШӘЙЕК