Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Дуҫтар»
исполнителя Фируза Париж.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йөрәгемдә уттар янһа,
Әйтер һүҙем күп йыйылһа,
(2)
Абынғанда ,йығылғанда,
Арығанда ,бөгөлгәндә
Таянырға дуҫтар кәрәк(2)

2. Яраларым асылғанда
Әрней әрней ауыртҡанда (2)
Ҡайғыларҙан бөгөлгәндә
Ярһый ярһый илағанда
Йыуатырға дуҫтар кәрәк (2)

3. Шатлыҡтарым ташып сыҡһа,
Уңыштарҙан баш әйләнһә (2)
Шатлыҡлы көндәр булһа ла
Ҡайғылы көндәр булһа ла
Таянырға дуҫтар кәрәк (2)

Йыуатырға дуҫтар кәрәк
Таянырға дуҫтар кәрәк
Ни булһа ла дуҫтар кәрәк

Другие песни исполнителя:

  • Алдарыңа ятып илар мәлем, Ғорурлығым нисек тыяйым, Күрһәтмәҫкә тамсы күҙ йәштәрем Сабырлығың ҡайҙан алайым. Припев Хыялый ҙа булам, диуана ла диуана, Булмышымды ҡайҙа ҡуяйым, Мин үҙемде һинең йөрәгеңә Һөйөү менән генә уяйым, Бәхетле шат йырҙан өҙөлдө моң Бары шомло уйҙар килә һуң инде һуң,һуң инде һуң 2. Ҡаршыларға йүг(е)реп барыр мәлем Ҡайтырыңды нисек беләйем Төндәремдең һинһеҙ үтеүенән Таң атыуын тиҙ(е)рәк теләйем.
  • Айрылаһын белгән булһам Һөймәгән булыр инем Булдырып булһа был уйҙы(2) Һыуҙарға һалыр инем Припев Ай һай һыуҙары һыуҙары ла Һыу ағып барыуҙары Һыуға һалһам бөтөр кеүек Күңелем ярһыуҙары( 2 тапҡыр ) 2. Осрашмаған булыр инем Белгән булһам китәһен Шатланып йәшәр урынға(2) Мине моңһоу итәһен 3. Һаман һине онталмаған Күңелдәрем моң ғына Дауа булып йөрәгемә(2) Һыуҙар аға тым ғына
  • 1. Уралып ятҡан борма юлдар Тағы ла алып китә һине Ҡыуанып көтөп алырға, Оҙатып ҡалам һине Припев Борма -борма урау юлдарыңдан , Һағынып һине ҡаршылармын Иҫән генә йөрөп ҡайттыңмы тип Ҡосағыңа атылырмын (2 раза) 2. Һағынып көтөр кешең барын Иҫеңдән сығарма һин йәнем Фәрештәләр менән бергә Хәйерле юл теләйем Припев( 1) 3. Тормош юлдында йәнәш атлар, Тоғро юлдашың булырмын Иң ауыр минуттарҙа ла Яныңда мин ҡалырмын
  • 1. Осоп уҙҙы баш осонан, Кейек ҡаҙҙар төркөмө. Ниңә һеҙгә шундай икән, Яҙмыштырҙың хөкөмө. Припев Бер ҡайталар ,бер китәләр тыуған ерҙәргә улар Ниндәй яҙмыш һынауҙарын Үтәләр кейек ҡаҙҙар 2. Ҡаңғылдашып,ҡаңғылдашып Ҡайталар кейек ҡаҙҙар, Шул ҡаҙҙарға эйәрептәр Киләләр ергә яҙҙар. Припев 3. Һағынғандар инде улар , Тыуып үҫкән күлдәрен. Белһәң ,аңлаһаң икән ул Уларҙың күңелдәрен.
  • 1. Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ Тормоштар бара гөрләп. Йырламаһаң был хаҡта бит, Бөтөрөп булмаҫ һөйләп. ҠУШЫМТА: Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, Күңелдәр йырлап торһон. Яңы көнгә атлаганда, Уңыштар юлдаш булһын. 2. Ниндәй эшкә тотонһаң да, Янда яҡын дуҫтар бар. Беҙҙең күңел донъяһына, Хыял күктәре лә тар. 3. Алға ҡарап йәшәйексе Ҡыуаныста, шатлыҡта. Тик бәхетле булып ҡына, Таҙалыҡта, һаулыҡта.