Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тыуған тупһама»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йылы ғына икән тыуған тупһам,
Көйрәп кенә яна усағы,
Йәндәремә урын тапмай инем,
Күңелдәрем һиндә бушаны.

Ҡушымта:

Эй ҡәҙерле минең тыуған тупһам,
Ут йотҡанда һиҙҙең хәлемде.
Донъяға һин астың күҙҙәремде,
Һин үҙ иттең бөтә мәлемде.

Ҡөҙрәтле лә минең тыуған тупһам,
Ер-Һыу тартып һиңә ҡайтайым.
Һинән башҡа минең ҡөҙрәтем юҡ,
Ниндәй һүҙҙәр табып маҡтайым?!

Ҡушымта

Тыуған тупһаларҙың йылылығы,
Йөрәк түрҙәремдә, үҙемдә.
Ҡурай моңо кеүек һыҙылырмын,
Ҡайтыр юлҡайҙарым өҙөлһә.

Другие песни исполнителя:

  • Иҙел Нурғәлин көйө һәм һүҙҙәре Бар минең, бар минең Мөхәббәт көткән сағым. Бар минең, бар минең Эҙләгән, тапҡан сағым. Ҡушымта: Бар, бар, бар минең Өҙөлөп көткән сағым! Бар минең, бар минең Наҙға төрөлгән сағым! Бар һинең, бар һинең Мине күрмәгән сағым. Бар һинең, бар һинең Утта яндырған сағым. Ҡушымта Бар минең, бар минең Боролоп киткән сағым. Бар һинең, бар һинең Арттан эйәргән сағым. Ҡушымта ӨЗЕЛЕП КӨТКӘН ЧАГЫМ Идел Нургалин көе һәм сүзләре Бар минем, бар минем Мәхәббәт көткән чагым. Бар минем, бар минем Эзләгән, тапкан чагым. Кушымта: Бар, бар, бар минем Өзелеп көткән чагым! Бар минем, бар минем Назга төрелгән чагым! Бар синең, бар синең Мине күрмәгән чагым. Бар синең, бар синең Утта яндырган чагым. Кушымта Бар минем, бар минем Борылып киткән чагым. Бар синең, бар синең Арттан ияргән чагым.
  • Был донъяла ни бар узең менән, Фаниллыҡтан алып итерлек. Иман бирһен хоҙай зиһенемә, Мәңгелеккә генә етерлек. ҡушымта: Был донъяла ни бар узең менән, Фаниллыҡтан алып китерлек. Иман бирһен хоҙай зиһенемә Мәңгелеккә генә етерлек. 2) Сабырлыҡты бирһә хоҙай бирә, Йәндең тыныслығын йыуатып. нисек тыуһа кеше шулай китә, Илап тыуа китә илатып. ҡушымта: Сабырлыҡты бирһә хоҙай бирә, Йәндең тыныслығын йыуатып. Нисек тыуһа кеше шулай китә, Илап тыуа китә илатып.
  • Сәләм бирәм һеҙгә, Сәләм алам һеҙҙән, Дуҫтар сәләмләшәйек! Сәләм биреп, сәләм алып, Иҫәнләшеп йәшәйек! Ялҡынлы сәләмдәремде Ҡабул итегеҙ дуҫтар. Һеҙҙең менән йәшәүҙәре Эх, рәхәт шул, туғандар! Ҡушымта: Сәләм бирәм һеҙгә, Сәләм алам һеҙҙән, Дуҫтар сәләмләшәйек! Сәләм биреп, сәләм алып, Иҫәнләшеп йәшәйек! (Рәхәтләнеп йәшәйек! Сәләмләшеп йәшәйек!) Төрлө хәлдәр була тормошта, Кәйеф төшә ҡай саҡта. Ниҙәр генә булһа ла Шат-йылмай был донъяға. Ҡушымта Яныбыҙҙа тоғро дуҫтар - Иң ҙур терәк булһындар. Гөр килешеп йәшәргә Иҫән булһын туғандар! Ҡушымта
  • Иҫеңдәме иркәм күл буйында Вәғәҙәләштең бергә булырға Шул ваҡыттан алып хәҙергәсә Тоғро ҡалдыҡ биргән анттарға Рәхмәт йәнем рәхмәт һиңә генә Бар ғүмереңде бағышланың Мин бәхетле һин янымда булып Тормошомдо минең урланың Иҫеңдәме иркәм бәхетебеҙ Икеләтә артҡан саҡтары Тормошобоҙ мәғәнәһе булып Йортҡа сабыйҙарҙың ҡайтҡаны Бирһә ине Хоҙай һәр кемгә лә Ошо бәхеттәрҙе татырға Ғүмерҙәрҙең ахырына ҡәҙәр Яратып һәм яратылырға