Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡоштарҙың артынан»
исполнителя Гульсум Бикбулатова.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Тышаулы түгел аяғың, һин бит азат,
Тик йәнә эйәрә алмай.
Ҡалдың ҡарап, остолар ҡоштарың.
Таратты ел тауыштарын.

припев:
Хыял саҡыра тағы ла!
Йөрәгең талпынһа,
Осорға тартынма
Ҡоштарҙың артынан!

Ҡанатын ҡырҡма ниәттен, уят дәртен,
Үҙеңдәң башҡа яҙмышты.
Кем үҙгәртһен: иркенлек күктәрҙә -
Кәртәләр юҡ, юҡ сиктәр ҙә!

припев:
Хыял саҡыра тағы ла!
Йөрәгең талпынһа,
Осорға тартынма
Ҡоштарҙың артынан!

(Р. Ниғмәтов муз., Г. Хәлфетдинова һүҙ. 2019)

Другие песни исполнителя:

  • Дауылдарҙа осто ал яулығым, Бәлки, табалырһың ишкәйен. Йәшләй һөйгән йәрҽм ятҡа ҡалды, Әйтегеҙсе, дуҫтар, нишләем? Уның йөрәге лә юҡһыныуҙн Һыҙланалыр кеүек ғүмергә. Ара йыраҡлаша, тик нигәлер Кауышырбыҙ кеүек күңелгә. Ник осораның минҽң тормошома, Нур һипмәгәс таңдар атҡанда? Әмма һүнмәҫ рухым һаман көслө, Дарья һыуы ташып аҡһала.
  • Ярҙа егет, көймәлә ҡыҙ Һыу өҫтөндә ай йөҙә. Ике ярҙы тоташтырып Тулҡындарҙы ул теҙә. ҡушымта: Яр аҫтында тал ғына Яратмаһаң ҡал ғына. Ә яратһаң йүгереп төш Араларҙа ай ғына. Тал толомон һыу тарата Хәтерләтеп юл сатын. Ике яҡта яр йыраҡта Эргәмдәге йәр яҡын. Сәсрәп китте көмөш тулҡын Талдарҙан тамсы тама. Бер кәмәлә икәү бергә Бер бөтон бәхет аға.
  • Ҡыр ҡаҙҙары йырлап, ҡыр ҡаҙҙары илап, Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс. Ҡыр ҡаҙҙары йырлап, ҡыр ҡаҙҙары илап, Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк hыҡтап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек hин киткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк hыҡтап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек hин киткәс. Әллә ямғыр яуа, әллә йәштәр тама Юлдарынан киткән ҡоштарҙың. Әллә ямғыр яуа, әллә йәштәр тама Юлдарынан киткән ҡоштарҙың. Йөрәк hине көтә, йылдар үтә - үтә, Һин онотма ерҙә мин барын. Йөрәк hине көтә, йылдар үтә - үтә, Һин онотма ерҙә мин барын, Һин онотма ерҙә мин барын. Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, туғай сәскә атыр. Күл тулҡыныр ҡаҙҙар ҡағыныуҙан. Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, туғай сәскә атыр. Күл тулҡыныр ҡаҙҙар ҡағыныуҙан. Көткән бушҡа китмәй, йөрәк әрнеп типмәй. Һин ҡайтырhың - үтер hағыныуҙар. Көткән бушҡа китмәй, йөрәк әрнеп типмәй. Һин ҡайтырhың - үтер hағыныуҙар, Һин ҡайтырhың - үтер hағыныуҙар.
  • Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам, Әйһәйлүк, Бер ҡыҙ килә һыйыр ҙа, ай һәүкәләп, һәпем, һәпәүләкәйем. Бер аҙ ғына тороп һөйләшкәнсә, Әйһәйлүк, Ҡарт инәһе йөрөй шул, ай һәүкәләп, һәпем, һәпәүләкәйем. Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды, Әйһәйлүк, Ҡыҙҙар һорай сәсмәүҙә, әй, суғына, һәпем, һәпәүләкәйем. Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды, Әйһәйлүк, Вәғәҙә иттем һөйгән дә ҡыҙыма, һәпем, һәпәүләкәйем.
  • Уйлама,мин онотманым беззен осрашыузар hуззэрен... Yз-уземде алдау булды,тинен монhоу ине ул саk куззэрен. Килдем hине kаршыларга эммэ hалkын ине kарашын... Йорэгендэ минэ урын kалманы мохэббэттен шулдыр югалганы... kушымта: Ярай,булhын шулай... тик йорэгемдэ kалыр ул яра! Ерзэ мэнге мохэббэт булмай, Язмыштарзан узыр юk сара... Бэхет эзлэп урау юлдар утмэм, hойоу эзлэп мин яттарга китмэм... Сабырлыkтын сиге-алтын,белэм, туземлегем йыйып hине котэм! Йондоз булып атылырhын, хыялында минэ елерhен... Кайзарзалыр алыста hин, ышанам,эйлэнеп килерhен! kушымта: Ярай,булhын шулай... тик йорэгемдэ kалыр ул яра! Ерзэ мэнге мохэббэт булмай, Язмыштарзан узыр юk сара...юk сара... Ярай,булhын шулай... тик йорэгемдэ kалыр ул яра! Ерзэ мэнге мохэббэт булмай, Язмыштарзан узыр юk сара...юk сара...