Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Әйһәйлүк»
исполнителя Гульсум Бикбулатова.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам,
Әйһәйлүк,
Бер ҡыҙ килә һыйыр ҙа, ай һәүкәләп,
һәпем, һәпәүләкәйем.
Бер аҙ ғына тороп һөйләшкәнсә,
Әйһәйлүк,
Ҡарт инәһе йөрөй шул, ай һәүкәләп,
һәпем, һәпәүләкәйем.
Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды,
Әйһәйлүк,
Ҡыҙҙар һорай сәсмәүҙә, әй, суғына,
һәпем, һәпәүләкәйем.
Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды,
Әйһәйлүк,
Вәғәҙә иттем һөйгән дә ҡыҙыма,
һәпем, һәпәүләкәйем.

Другие песни исполнителя:

  • Тышаулы түгел аяғың, һин бит азат, Тик йәнә эйәрә алмай. Ҡалдың ҡарап, остолар ҡоштарың. Таратты ел тауыштарын. припев: Хыял саҡыра тағы ла! Йөрәгең талпынһа, Осорға тартынма Ҡоштарҙың артынан! Ҡанатын ҡырҡма ниәттен, уят дәртен, Үҙеңдәң башҡа яҙмышты. Кем үҙгәртһен: иркенлек күктәрҙә - Кәртәләр юҡ, юҡ сиктәр ҙә! припев: Хыял саҡыра тағы ла! Йөрәгең талпынһа, Осорға тартынма Ҡоштарҙың артынан! (Р. Ниғмәтов муз., Г. Хәлфетдинова һүҙ. 2019)
  • 1.Туғайҙағы сәскәләрҙең Ап-аҡтарын мин haйлайым. Сөнки улар күңелеңдең Сағылышы бит, апай Кушымта: Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр, Төҫтәренә сафлыҡ йыйған. Һинең оло йөрәгеңә Минең дә хистәрем hыйған. 2.Аҡ сәскәнең таждарында Ысыҡ тамсылары уйнай. Йәш сылатҡан бит алмаңдан Бер убәйем але,апай. 3.Аҡ сәскәләр бүләк итәм, Булһын аҡтан яҙмышҡайың. Ғүмереңдең hәр мәлендә Бәхетле бул, апаҡайым!
  • 1.Ак болоттар йөҙә зәңгәр күктә, Их, шуларҙы тотоп алаhы. Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр шул, Йәш көйөнсә килә ҡалаhы. Ҡушымта: Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр кү ктә, Их, шуларҙы тотоп алаhы. Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр, Йәш көйөнсә килә ҡалаhы. 2.Йәшлек йылдар бик тиҙ үтәләр шул, Хәтирәләр генә ҡалдырып. Ағарталар сикә сәскәйҙәрен, Маңлайҙарға hырҙар ҡалдырып. 3.Көтөп тормай беҙҙе бер ҙә ваҡыт, Әллә ҡайҙа шулай ашыға. Ҡыуып тота алмай йәш ғүмерҙе Йәйәү ле лә, хатта атлы ла.
  • 1.Аҡ болоттар ағылаһығыҙ ҡай тарафҡа юғалып, Ҡайҙа былай ашығаһығыҙ, һауанан юлдар табып? Ҡайҙа алып бара һеҙҙе, оҙон һауа юлдары? Ҡаршылаймы иртән һеҙҙе, алсаҡ ҡояш нурҙары? Припев: Аҡ болоттар, аҡ болоттар, Ҡайҙа былай ашығаһағыҙ, Аҡ болоттар, болоттар? Аҡ болоттар, аҡ болоттар, Ниңә былай ашығаһығыҙ, Аҡ болоттар, болоттар? 2.Етеҙ елдәр ашыҡтыра һеҙҙе наҙлап юлдарға, Белмәй елдәр урғып ташҡан көсөн ҡайҙа ҡуйырға, Аҡ болоттар ағылаһығыҙ, ҡай тарафҡа юл алып, Бармы һеҙҙең йорт ҡурағы, ял итергә туҡталып?