Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Атай-әсәй ҡәҙерлеләрем»
исполнителя Гульсум Бикбулатова.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Беҙҙе оҙатҡанда күҙегеҙҙә
Һағыш та,һөйөү ҙә сағыла.
Сал кергән сәстәрегеҙгә
Елдәр иркәләп ҡағыла.

Припев;
Атай,әсәй-ҡәҙерлеләрем,
Йөрәгемден һеҙ яртыһы.
Һеҙҙе һағынамын бигерәк
Килә гел өйгә ҡайтаһы.

Тыуған өйҙөн йылы түрендә
Өҫтәлдәлер ҡайнар сәйегеҙ.
Әсәйҙен йылы икмәге
Беҙҙен турала һүҙегеҙ.

Өмөттәребеҙҙе һүндермәй,
Йәшәгеҙ оҙаҡ атай,әсәй.
Йылы ҡосағығыҙ һаҡлай
Беҙгә ел-ямғыр тейҙермәй!

Другие песни исполнителя:

  • Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам, Әйһәйлүк, Бер ҡыҙ килә һыйыр ҙа, ай һәүкәләп, һәпем, һәпәүләкәйем. Бер аҙ ғына тороп һөйләшкәнсә, Әйһәйлүк, Ҡарт инәһе йөрөй шул, ай һәүкәләп, һәпем, һәпәүләкәйем. Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды, Әйһәйлүк, Ҡыҙҙар һорай сәсмәүҙә, әй, суғына, һәпем, һәпәүләкәйем. Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды, Әйһәйлүк, Вәғәҙә иттем һөйгән дә ҡыҙыма, һәпем, һәпәүләкәйем.
  • Аҡ ямғырҙар үттеме ни, Көҙҙәр ҙә еттеме ни? Тынғы белмәҫ һандуғастар Сит ерҙәргә киттеме ни? Аҡ ямғырҙар ҡалды инде Йәшлегем яҙҙарында, Үткән ваҡыт даръяһының Буй етмәҫ ярҙарында. Аҡ ямғырҙар бында тиеп Саҡырғандай аҡ ҡырҙар. Аҡ ямғырҙар хыялдарҙа, Бөгөн яуа аҡ ҡарҙар.
  • 1.Туғайҙағы сәскәләрҙең Ап-аҡтарын мин haйлайым. Сөнки улар күңелеңдең Сағылышы бит, апай Кушымта: Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр, Төҫтәренә сафлыҡ йыйған. Һинең оло йөрәгеңә Минең дә хистәрем hыйған. 2.Аҡ сәскәнең таждарында Ысыҡ тамсылары уйнай. Йәш сылатҡан бит алмаңдан Бер убәйем але,апай. 3.Аҡ сәскәләр бүләк итәм, Булһын аҡтан яҙмышҡайың. Ғүмереңдең hәр мәлендә Бәхетле бул, апаҡайым!
  • Дауылдарҙа осто ал яулығым, Бәлки, табалырһың ишкәйен. Йәшләй һөйгән йәрҽм ятҡа ҡалды, Әйтегеҙсе, дуҫтар, нишләем? Уның йөрәге лә юҡһыныуҙн Һыҙланалыр кеүек ғүмергә. Ара йыраҡлаша, тик нигәлер Кауышырбыҙ кеүек күңелгә. Ник осораның минҽң тормошома, Нур һипмәгәс таңдар атҡанда? Әмма һүнмәҫ рухым һаман көслө, Дарья һыуы ташып аҡһала.