Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Аҡ болоттар»
исполнителя Гульсум Бикбулатова.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Аҡ болоттар ағылаһығыҙ ҡай тарафҡа юғалып,
Ҡайҙа былай ашығаһығыҙ, һауанан юлдар табып?
Ҡайҙа алып бара һеҙҙе, оҙон һауа юлдары?
Ҡаршылаймы иртән һеҙҙе, алсаҡ ҡояш нурҙары?

Припев:
Аҡ болоттар, аҡ болоттар,
Ҡайҙа былай ашығаһағыҙ,
Аҡ болоттар, болоттар?
Аҡ болоттар, аҡ болоттар,
Ниңә былай ашығаһығыҙ,
Аҡ болоттар, болоттар?

2.Етеҙ елдәр ашыҡтыра һеҙҙе наҙлап юлдарға,
Белмәй елдәр урғып ташҡан көсөн ҡайҙа ҡуйырға,
Аҡ болоттар ағылаһығыҙ, ҡай тарафҡа юл алып,
Бармы һеҙҙең йорт ҡурағы, ял итергә туҡталып?

Другие песни исполнителя:

  • Ҡыр ҡаҙҙары йырлап, ҡыр ҡаҙҙары илап, Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс. Ҡыр ҡаҙҙары йырлап, ҡыр ҡаҙҙары илап, Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк hыҡтап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек hин киткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк hыҡтап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек hин киткәс. Әллә ямғыр яуа, әллә йәштәр тама Юлдарынан киткән ҡоштарҙың. Әллә ямғыр яуа, әллә йәштәр тама Юлдарынан киткән ҡоштарҙың. Йөрәк hине көтә, йылдар үтә - үтә, Һин онотма ерҙә мин барын. Йөрәк hине көтә, йылдар үтә - үтә, Һин онотма ерҙә мин барын, Һин онотма ерҙә мин барын. Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, туғай сәскә атыр. Күл тулҡыныр ҡаҙҙар ҡағыныуҙан. Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, туғай сәскә атыр. Күл тулҡыныр ҡаҙҙар ҡағыныуҙан. Көткән бушҡа китмәй, йөрәк әрнеп типмәй. Һин ҡайтырhың - үтер hағыныуҙар. Көткән бушҡа китмәй, йөрәк әрнеп типмәй. Һин ҡайтырhың - үтер hағыныуҙар, Һин ҡайтырhың - үтер hағыныуҙар.
  • Беҙҙе оҙатҡанда күҙегеҙҙә Һағыш та,һөйөү ҙә сағыла. Сал кергән сәстәрегеҙгә Елдәр иркәләп ҡағыла. Припев; Атай,әсәй-ҡәҙерлеләрем, Йөрәгемден һеҙ яртыһы. Һеҙҙе һағынамын бигерәк Килә гел өйгә ҡайтаһы. Тыуған өйҙөн йылы түрендә Өҫтәлдәлер ҡайнар сәйегеҙ. Әсәйҙен йылы икмәге Беҙҙен турала һүҙегеҙ. Припев: Өмөттәребеҙҙе һүндермәй, Йәшәгеҙ оҙаҡ атай,әсәй. Йылы ҡосағығыҙ һаҡлай Беҙгә ел-ямғыр тейҙермәй
  • Сакырмасы какук , ай каршымда сакырхансы агас башында карсыгакай куек монхыз инем кайгы хасрат тошто башыма кайгы хасрат тоште лэ башыма сакырмасы какук ай якында сакырхансы агас башында сит илдэрзе йорой янгыз башым янгыз какук кеуек шул азашып сакырхансы какук ай каршымда какук осон тугел был тирак яна гына тихан ялкыны юк ялкынхыз ук янмай (за)был йорэк (4 раза)
  • Ярҙа егет, көймәлә ҡыҙ Һыу өҫтөндә ай йөҙә. Ике ярҙы тоташтырып Тулҡындарҙы ул теҙә. ҡушымта: Яр аҫтында тал ғына Яратмаһаң ҡал ғына. Ә яратһаң йүгереп төш Араларҙа ай ғына. Тал толомон һыу тарата Хәтерләтеп юл сатын. Ике яҡта яр йыраҡта Эргәмдәге йәр яҡын. Сәсрәп китте көмөш тулҡын Талдарҙан тамсы тама. Бер кәмәлә икәү бергә Бер бөтон бәхет аға.
  • 1. Яратам иркәм йылмайһаң - гел йылмай миңә Һүрелмәҫ мөхәббәт сере бар күҙҙәреңдә Асам уны бик һаҡ ҡына, һәр көн бер яңы йыр тыуһын минең йөрәгемдә Яратам иркәм - бар донъяға, һөйөү тураһында йырлап ишеттергем килә. Яратһан әгәр һин дә, был йылмайыуынды һакла минен осон генә. Припев: һин һәм мин - яҙҙың шаян ике тамсыһы һин һәм мин -һыуҙа ике ҡояш ярсығы һин һәм мин, мин һәм һин - мөхәбәттең ике ярсығы һин һәм мин - бер йөрәктең ике яртыһы. 2. Яратам иркәм йылмайһаң - һин йылмайғанда ямғырҙан һуң торған йәйғорҙай йәшәрәм Китмә яҙым, китмә!