Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һин һәм мин»
исполнителя Гульсум Бикбулатова.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Яратам иркәм йылмайһаң - гел йылмай миңә
Һүрелмәҫ мөхәббәт сере бар күҙҙәреңдә
Асам уны бик һаҡ ҡына,
һәр көн бер яңы йыр тыуһын минең йөрәгемдә

Яратам иркәм - бар донъяға,
һөйөү тураһында йырлап ишеттергем килә.
Яратһан әгәр һин дә,
был йылмайыуынды һакла минен осон генә.
Припев:
һин һәм мин - яҙҙың шаян ике тамсыһы
һин һәм мин -һыуҙа ике ҡояш ярсығы
һин һәм мин, мин һәм һин - мөхәбәттең ике ярсығы
һин һәм мин - бер йөрәктең ике яртыһы.

2. Яратам иркәм йылмайһаң - һин йылмайғанда
ямғырҙан һуң торған йәйғорҙай йәшәрәм
Китмә яҙым, китмә!

Другие песни исполнителя:

  • Тышаулы түгел аяғың, һин бит азат, Тик йәнә эйәрә алмай. Ҡалдың ҡарап, остолар ҡоштарың. Таратты ел тауыштарын. припев: Хыял саҡыра тағы ла! Йөрәгең талпынһа, Осорға тартынма Ҡоштарҙың артынан! Ҡанатын ҡырҡма ниәттен, уят дәртен, Үҙеңдәң башҡа яҙмышты. Кем үҙгәртһен: иркенлек күктәрҙә - Кәртәләр юҡ, юҡ сиктәр ҙә! припев: Хыял саҡыра тағы ла! Йөрәгең талпынһа, Осорға тартынма Ҡоштарҙың артынан! (Р. Ниғмәтов муз., Г. Хәлфетдинова һүҙ. 2019)
  • ғүмер йәме- һәйгән йәрең менән тормош юлын бергә үтеүҙә. икебеҙгә яҙған оло бәхет: парланышып донъя көтөргә. йортом йәмле, ашым тәмле була һин булғанға йәнем, йәндәшем. шундай яҡын минең күңелемә һинең йылмайыуың, һөйләшең. иңде иңгә терәп үткәнгә лә һиҙелмәгән ауыр һынауҙар. яныбыҙҙа ике гөл генәбеҙ: шат бәхетле үҫә балалар. припев рахмәт хоҙай, беҙҙе табыштырҙың матур йырҙай ғүмер ағышы. аҡҡоштарҙай матур пар булһын тип осраштырған беҙҙе яҙмышым.
  • Ярҙа егет, көймәлә ҡыҙ Һыу өҫтөндә ай йөҙә. Ике ярҙы тоташтырып Тулҡындарҙы ул теҙә. ҡушымта: Яр аҫтында тал ғына Яратмаһаң ҡал ғына. Ә яратһаң йүгереп төш Араларҙа ай ғына. Тал толомон һыу тарата Хәтерләтеп юл сатын. Ике яҡта яр йыраҡта Эргәмдәге йәр яҡын. Сәсрәп китте көмөш тулҡын Талдарҙан тамсы тама. Бер кәмәлә икәү бергә Бер бөтон бәхет аға.
  • Беҙҙе оҙатҡанда күҙегеҙҙә Һағыш та,һөйөү ҙә сағыла. Сал кергән сәстәрегеҙгә Елдәр иркәләп ҡағыла. Припев; Атай,әсәй-ҡәҙерлеләрем, Йөрәгемден һеҙ яртыһы. Һеҙҙе һағынамын бигерәк Килә гел өйгә ҡайтаһы. Тыуған өйҙөн йылы түрендә Өҫтәлдәлер ҡайнар сәйегеҙ. Әсәйҙен йылы икмәге Беҙҙен турала һүҙегеҙ. Припев: Өмөттәребеҙҙе һүндермәй, Йәшәгеҙ оҙаҡ атай,әсәй. Йылы ҡосағығыҙ һаҡлай Беҙгә ел-ямғыр тейҙермәй
  • Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам, Әйһәйлүк, Бер ҡыҙ килә һыйыр ҙа, ай һәүкәләп, һәпем, һәпәүләкәйем. Бер аҙ ғына тороп һөйләшкәнсә, Әйһәйлүк, Ҡарт инәһе йөрөй шул, ай һәүкәләп, һәпем, һәпәүләкәйем. Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды, Әйһәйлүк, Ҡыҙҙар һорай сәсмәүҙә, әй, суғына, һәпем, һәпәүләкәйем. Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды, Әйһәйлүк, Вәғәҙә иттем һөйгән дә ҡыҙыма, һәпем, һәпәүләкәйем.