Татарский переводчик Казахский переводчик Русские песни

Песня «Рәхмәт, Хоҙай»
исполнителя Гульсум Бикбулатова.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

ғүмер йәме- һәйгән йәрең менән
тормош юлын бергә үтеүҙә.
икебеҙгә яҙған оло бәхет:
парланышып донъя көтөргә.

йортом йәмле, ашым тәмле була
һин булғанға йәнем, йәндәшем.
шундай яҡын минең күңелемә
һинең йылмайыуың, һөйләшең.

иңде иңгә терәп үткәнгә лә
һиҙелмәгән ауыр һынауҙар.
яныбыҙҙа ике гөл генәбеҙ:
шат бәхетле үҫә балалар.

припев
рахмәт хоҙай, беҙҙе табыштырҙың
матур йырҙай ғүмер ағышы.
аҡҡоштарҙай матур пар булһын тип
осраштырған беҙҙе яҙмышым.

Другие песни исполнителя:

  • Ярҙа егет, көймәлә ҡыҙ Һыу өҫтөндә ай йөҙә. Ике ярҙы тоташтырып Тулҡындарҙы ул теҙә. ҡушымта: Яр аҫтында тал ғына Яратмаһаң ҡал ғына. Ә яратһаң йүгереп төш Араларҙа ай ғына. Тал толомон һыу тарата Хәтерләтеп юл сатын. Ике яҡта яр йыраҡта Эргәмдәге йәр яҡын. Сәсрәп китте көмөш тулҡын Талдарҙан тамсы тама. Бер кәмәлә икәү бергә Бер бөтон бәхет аға.
  • Дауылдарҙа осто ал яулығым, Бәлки, табалырһың ишкәйен. Йәшләй һөйгән йәрҽм ятҡа ҡалды, Әйтегеҙсе, дуҫтар, нишләем? Уның йөрәге лә юҡһыныуҙн Һыҙланалыр кеүек ғүмергә. Ара йыраҡлаша, тик нигәлер Кауышырбыҙ кеүек күңелгә. Ник осораның минҽң тормошома, Нур һипмәгәс таңдар атҡанда? Әмма һүнмәҫ рухым һаман көслө, Дарья һыуы ташып аҡһала.
  • Сакырмасы какук , ай каршымда сакырхансы агас башында карсыгакай куек монхыз инем кайгы хасрат тошто башыма кайгы хасрат тоште лэ башыма сакырмасы какук ай якында сакырхансы агас башында сит илдэрзе йорой янгыз башым янгыз какук кеуек шул азашып сакырхансы какук ай каршымда какук осон тугел был тирак яна гына тихан ялкыны юк ялкынхыз ук янмай (за)был йорэк (4 раза)
  • Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам, Әйһәйлүк, Бер ҡыҙ килә һыйыр ҙа, ай һәүкәләп, һәпем, һәпәүләкәйем. Бер аҙ ғына тороп һөйләшкәнсә, Әйһәйлүк, Ҡарт инәһе йөрөй шул, ай һәүкәләп, һәпем, һәпәүләкәйем. Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды, Әйһәйлүк, Ҡыҙҙар һорай сәсмәүҙә, әй, суғына, һәпем, һәпәүләкәйем. Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды, Әйһәйлүк, Вәғәҙә иттем һөйгән дә ҡыҙыма, һәпем, һәпәүләкәйем.
  • Беҙҙе оҙатҡанда күҙегеҙҙә Һағыш та,һөйөү ҙә сағыла. Сал кергән сәстәрегеҙгә Елдәр иркәләп ҡағыла. Припев; Атай,әсәй-ҡәҙерлеләрем, Йөрәгемден һеҙ яртыһы. Һеҙҙе һағынамын бигерәк Килә гел өйгә ҡайтаһы. Тыуған өйҙөн йылы түрендә Өҫтәлдәлер ҡайнар сәйегеҙ. Әсәйҙен йылы икмәге Беҙҙен турала һүҙегеҙ. Припев: Өмөттәребеҙҙе һүндермәй, Йәшәгеҙ оҙаҡ атай,әсәй. Йылы ҡосағығыҙ һаҡлай Беҙгә ел-ямғыр тейҙермәй