Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Бар донъяны ташлап (Rnt менән)»
исполнителя Сабина Кучаева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Әбейҙәр ҙә, бабайҙар тәмле итеп йоҡлайҙар. Йоҡлай бесәй, йоҡлай эт, йоҡламай бары өмөт. Йоҡламай... Припев: Яҡты өмөт саҡырҙы Ҡыйыу Ҡамыр-батырҙы. Хыялдағы йондоҙға: Айҙағы Зөһрә ҡыҙға. Һин дә үҫкәс ҙур булып, Аҡбуҙатҡа атланып Елерһең йондоҙҙарға. Ай йөҙлө ер ҡыҙына. Елерһең... Припев: Әле йоҡла тиҙерәк. Батырға ла ял кәрәк. Тыныс йоҡо теләйем, Минең йән киҫәккәйем. Әлү-бәлү, бәпәйем...
  • Ҡоштар ҡайтты, һөйөү килде, Ғүмерем яҙын алҡышланы. Көләс йәшлек иртәһендә, Һаумыһығыҙ, шатлыҡтарым. Припев: Яҡты нурҙай балҡыным мин, Түбәм күккә тейҙе инде. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Иркәләүен тойҙом инде. (2 раза) Яҙҙар етте, һөйөү килде, Наҙҙарымды нағышланы. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, һағыштарым. Уйҙарымдан уйылам мин Яңғыҙ ҡалған сәғәттәрҙә. Был һағыштар — үҙе бәхет, Көтөүҙәргә сәбәп барҙа. Ҡоштар китте, һөйөү үтмәй, Һиҙәм ҡанат ҡағыштарын. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, яныуҙарым. Япраҡтарҙай һарғайһам да, Ашыҡмағыҙ ҡыҙғанырға. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Күмеләмен наҙҙарына. (2 раза)
  • Зәңгәр күҙең, күҙ керпегең. Тибрәндәреп ҡарама! Күҙ ҡарашың уҡ шикелле Йөрәгемә ҡаҙала. Зәңгәр күҙҙәр, бөҙрә сәстәр - Улар беҙгә тиң түгел. Тиң түгелен мин дә беләм. Өҙлөп һөйә йәш күңел! Припев: Эй, матур бөҙрә сәс! Эх, йәмле зәңгәр күҙ! Әйтмәм һиңә бәғерем Һис ҡайсан да ауыр һүҙ. (2 раза) Зәңгәр күҙең, күҙ керпегең. Тибрәндәреп ҡарама! Күҙ ҡарашың уҡ шикелле Йөрәгемә ҡаҙала. Зәңгәр күҙен оҡшатамын Зәңгәр таң йондоҙона. Бөҙрә сәсен оҡшатамын Диңгеҙҙең тулҡынына. Припев: Эй, матур бөҙрә сәс! Эх, йәмле зәңгәр күҙ! Әйтмәм һиңә бәғерем Һис ҡайсан да ауыр һүҙ. (2 раза) (Н.Кучаев муз.)
  • Тәмле һыу, тәмле һауа, Көмөш ямғырҙар яуа. Бейек тау, йомшаҡ тупраҡ, Урманы өҫкә ауа. Күбәләк сәскәләр ҙә, Еләкле сәхрәләр ҙә Ем-ем, ем-ем йырлайҙар, Ҡыуаныс сәсәләр. Ҡушымта: Был минең тыуған ерем, Был минең тыуған илем. Бәхетле мин ошонда, Ҙураям, алам белем. Тоям батыр тауышын, Яулы тарих һағышын. Бөркөттәр сыңлағанын, Ҡурайҙың йырлағанын. Сабыйҙың ихласлығын, Ҡунаҡтың алсаҡлығын, Оҫта ҡуллы сәсәнйән Бар донъяға сәсә йән Ҡушымта. Был минең тыуған ерем, Был минең тыуған илем. Бәхетле мин ошонда, Ҙураям, алам белем.