Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һуңғы ҡыңғырау»
исполнителя Сабина Кучаева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Күпме дәрес, тәнәфестәр,
Көндәлек өйгә эштәр...
Китапхана, дәреслектәр,
Ҡуйылмай ҡалған биштәр...

Припев:
Барыһы ла артта ҡалды,
Һуңғы ҡыңғырау бөгөн.
Онотмағыҙ тиеп зынлай
Белем тау бейеклеген. (2 раза)

Уҡығанда, уйнағанда
Булған төрлө осраҡтар.
Тәүге тапҡыр ғашик булып,
Ярһып йөрөгән саҡтар.

Припев:
Барыһы ла артта ҡалды,
Һуңғы ҡыңғырау бөгөн.
Онотмағыҙ тиеп зынлай
Белем тау бейеклеген. (2 раза)

Тағы бер йыл үтеп китте,
Артылыш ала-ала.
Ауырлыҡтар онотола,
Белем мәңгегә ҡала.

Припев:
Барыһы ла артта ҡалды,
Һуңғы ҡыңғырау бөгөн.
Онотмағыҙ тиеп зынлай
Белем тау бейеклеген. (2 раза)

Уҡытыусы моңһоу ҡарай,
Ялға оҙата мәктәп.
Көҙөн ҡыңғырау сынлаһа,
Килегеҙ ти йәһәтләп.

Припев:
Барыһы ла артта ҡалды,
Һуңғы ҡыңғырау бөгөн.
Онотмағыҙ тиеп зынлай
Белем тау бейеклеген. (2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Ҡоштар ҡайтты, һөйөү килде, Ғүмерем яҙын алҡышланы. Көләс йәшлек иртәһендә, Һаумыһығыҙ, шатлыҡтарым. Припев: Яҡты нурҙай балҡыным мин, Түбәм күккә тейҙе инде. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Иркәләүен тойҙом инде. (2 раза) Яҙҙар етте, һөйөү килде, Наҙҙарымды нағышланы. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, һағыштарым. Уйҙарымдан уйылам мин Яңғыҙ ҡалған сәғәттәрҙә. Был һағыштар — үҙе бәхет, Көтөүҙәргә сәбәп барҙа. Ҡоштар китте, һөйөү үтмәй, Һиҙәм ҡанат ҡағыштарын. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, яныуҙарым. Япраҡтарҙай һарғайһам да, Ашыҡмағыҙ ҡыҙғанырға. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Күмеләмен наҙҙарына. (2 раза)
  • Тәмле һыу, тәмле һауа, Көмөш ямғырҙар яуа. Бейек тау, йомшаҡ тупраҡ, Урманы өҫкә ауа. Күбәләк сәскәләр ҙә, Еләкле сәхрәләр ҙә Ем-ем, ем-ем йырлайҙар, Ҡыуаныс сәсәләр. Ҡушымта: Был минең тыуған ерем, Был минең тыуған илем. Бәхетле мин ошонда, Ҙураям, алам белем. Тоям батыр тауышын, Яулы тарих һағышын. Бөркөттәр сыңлағанын, Ҡурайҙың йырлағанын. Сабыйҙың ихласлығын, Ҡунаҡтың алсаҡлығын, Оҫта ҡуллы сәсәнйән Бар донъяға сәсә йән Ҡушымта. Был минең тыуған ерем, Был минең тыуған илем. Бәхетле мин ошонда, Ҙураям, алам белем.
  • Йыл эсендә дүрт миҙгел, Береһе лә артыҡ түгел. Һәр береһе үҙенсә матур, Шатланып туймай күңел. Припев: Яҙ -уяна бар тәбиғәт. Йәй - ял итеү бигерәк рәхәт. Көҙ - бөтә донъя һарғая. Ҡыш - ябалаҡлап ҡар яуа. Йылдағы һәр миҙгелдәр Үҙ ваҡытын белһендәр. Үпкәләшмәй-буталмай Татыу ғына килһендәр. Припев: Яҙ -уяна бар тәбиғәт. Йәй - ял итеү бигерәк рәхәт. Көҙ - бөтә донъя һарғая. Ҡыш - ябалаҡлап ҡар яуа. (2 раза) Йыл эсендә дүрт миҙгел, Береһе лә артыҡ түгел. Һәр береһе үҙенсә матур, Шатланып туймай күңел. Припев: Яҙ -уяна бар тәбиғәт. Йәй - ял итеү бигерәк рәхәт. Көҙ - бөтә донъя һарғая. Ҡыш - ябалаҡлап ҡар яуа. Ҡыш бөтөр, яңы йыл тыуа