Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Рәхәтлек»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ап-асыҡ төндө көндә
Мөхәббәт яланында бергә
Янабыҙ, сәскәле ялан бергә
Кәрәкмәй беркем дә беҙгә
Мин дә һин күккә ҡарап
Ятам мин һөйөп тәнеңде
Урмандарҙан еткән ҡоштар һайрауы
Беҙҙә уята рәхәтлекте.
Был донъяла булған тереклек
Белә-белә рәхәтлекте
Аллаһ менән бирелгән бәхет
Тик яратҡан икәү өсөн.


Көн һайын көндә ерҙә
Мөхәббәт яланында бергә
Ятабыҙ, сәскәле ялан бергә
Тулҡынлана үлән ергә
Һәм беҙҙә һөйгәнем тип
Һөйөп һинең тәнеңде
Күҙҙәребеҙҙе йомоп, утта янып
Ял итәбеҙ икебеҙ.

Был донъяла булған тереклек
Белә-белә рәхәтлекте.
Аллаһ менән бирелгән бәхет
Тик яратҡан икәү өсөн.

Другие песни исполнителя:

  • Төн... Һинең, минең мөхәббәт... Беҙҙең өсөн Ай шәм булыр беҙгә. Һалҡын hауа... Көн... Беҙҙе айыра, айыра... Беҙҙән айҙы... Һалҡын hауа йылына... Юҡ, кәрәкмәй... Мөхәббәтем, тәнең hинең Ялтырай еүеш тәнең айҙа. Мөхәббәтем, тының hинен... Көн hайын мин һағынам шуны... Нисек миңә ҡыйын hинhеҙ... Ҡыйын hиңә... Көтөп алып булмай төндө икәүләп... Туҙ... Әгәр hағынhаң, ҡосаҡла Һүҙең менән...Көт ҡояш батҡанын... Тындар таралған... Мөхәббәтем, тәнең hинең Ялтырай еүеш тәнең айҙа. Мөхәббәтем, тының hинен... Көн hайын мин һағынам шуны... Мөхәббәтем, тәнең hинең! Мөхәббәтем, тының hинең! Мөхәббәтем hин! Мөхәббәтем, тәнең hинең Ялтырай еүеш тәнең айҙа. Мөхәббәтем, тының hинен... Көн hайын мин һағынам шуны... Һөйгәнем, hөйөклөм! Һөйөрмөн hине бөгөн! Һөйөрмөн hине тик мин!
  • Күңелеңде киң тотһаң, Барған ергә барып етерһең. Осрар һиңә аждаһалар юлда Уларҙы һин еңеп үтерһең. Припев Бер йылмайһаң - елде уйнатаң, Юл уңһын тип хәйер таратаң. Гел йырлайһың һин тәбиғәткә Һәм ҡарайһың моңло алға юлға. Ғүмереңдә күпме юлдар Үтте һинең аяҡтарың? Һинән һуң йөрөй бәйет, Кем булдың һуң һин, әҙәм? Припев Бер йылмайһаң елде уйнатаң Юл уңһын тип хәйер таратаң. Гел йырлайһың һин тәбиғәткә Һәм ҡарайһың моңло алға юлға.
  • Төштәремдә һине күрәм, гел инәһең, һылыуҡайым. Һин саҡыраһың үҙеңә. Яҡынайһам, алыҫаяң. Ҡайҙа һин осаһың ташлап мине, Ҡайҙарға һин осаһың? Ҡушымта: Ҡал, ҡошҡайым, осма! Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә. Ҡал, йөрәгемде ал. Утта янған йөрәгемде ал! Һылыуҡайым, төшөмдә һиңә әйтәм, Төшөмдә һинең кеүек гүзәлекле ҡыҙҙы Тапмаһам, егет булмаҫмын. Әгәр өнөмдә тапмаһам, ҡалырһың һин хыялымда. Ҡушымта: Ҡал, ҡошҡайым, осма! Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә. Ҡал, йөрәгемде ал. Утта янған йөрәгемде ал! Әгәр өнөмдә тапмаһам, Ҡалырһың һин хыялымда Ҡушымта: Ҡал, ҡошҡайым, осма! Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә. Ҡал, йөрәгемде ал. Утта янған йөрәгемде ал!