Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мәңгелек»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Яп-яҡты көн,
Көндән һуң булһын төн,
Бер-берен эҙләгән табышһын.
Эй-эй, эҙләүсе,
Юлың һинең уңһынсы
Меңдәр араһынан тапһаңсы.

Тик һин һайлама күп юлдарҙы-
Аҙашып ҡуйырһың, уйлансы.

Мәңгелектә бәхет
Йән-йәнде табыр тик төн.
Меңәр-меңәр йыл үтһен,
Тик һин түҙһәң түҙ.

Бар-бар донъялар,
Алыҫ булһын аралар,
Табышһабыҙ, бөтөр яралар.
Аңға аң килһен,
Күңелдә сер бөтһөн,
Шул ваҡытта табырһың бәхетте.

Тик һин һайлама күп юлдарҙы-
Аҙашып ҡуйырһың, уйлансы.

Мәңгелектә бәхет
Йән-йәнде табыр тик төн
Меңәр-меңәр йыл үтһен,
Тик һин түҙһәң түҙ.

Другие песни исполнителя:

  • Таң менән уянаң, Башыңды һелкеп ултыраң, Кисәге көндө иҫләп, Нишләнем тип ҡурҡып ултыраң. Ҡушымта: Күпме һине әрләнеләр олатай-өләсәйҙәр, Тик һин сумаң шешәгә, Күнелле йәшәйһең, диуана! Бер киләһең урамға һыймай, Күргән кешеңде танымай. Бәйләнәһең һәр кемгә, Оло-кесене айырмай. Ҡушымта: Күпме һине әрләнеләр олатай-өләсәйҙәр, Тик һин сумаң шешәгә, Күнелле йәшәйһең, диуана! Таң менән бер уянырһың, Көҙгө алдына килеп баҫырһың, Үҙеңде күреп танымай, Ҡурҡыштан ятып үлерһең һин. Ҡушымта: Күпме һине әрләнеләр олатай-өләсәйҙәр, Тик һин сумаң шешәгә, Күнелле йәшәйһең, диуана!
  • Дуҫтар кеүек кенә осраша инек. Бергә булырбыҙ тип уйламай инек. Ләкин үтә йылдар, һыу кеүек аға. Уйланырға ваҡыт - ғүмерҙәр уҙа. Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем. Ҡалалар, ауылдар беҙҙең арала, Һинән гүзәллерәк ҡыҙ юҡ донъяла. Тиҙерәк яуап бир! Әйт миңә, йәнем, Булаһыңмы, юҡмы минең һөйгәнем? Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем.
  • Һин минең өсөн ҡайғырма, йәнем, Мин һине генә бик ныҡ яратам. Һин йоҡла, йәнем, изге төш теләйем, Сәскәле туғай - гел лилиә. Лилиәм, һин минең өсөн атҡан! Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм! Лилиәм, һин минең өсөн атҡан! Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм! Һин тыуғанға атайсалым ҡыуанған, Ә апайым шатланып илаған. Апайыма иркәләу бөттө, Ә минең һиңә күҙем төштө. Лилиәм, һин минең өсөн атҡан, Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм. Лилиәм, һин минең өсөн атҡан, Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм.