Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Оноттоң буғай»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һине уйлаһам мине моң баҫа
Борсолоп йөрөйөм инде нисә ай

Күңелем һиҙә, наҙлы яҙҙарҙы
Оноттоң буғай, оноттоң буғай (2 раза)

Йыраҡта ҡалды дәртләнеп-ярһып
Без йырлап үткән ул йәшел туғай

Ҡабатлап булмай торған саҡтарҙы
Оноттоң буғай, оноттоң буғай (2 раза)

Һөй тиеп үтенмәм ләкин үкенмәм
Йәшлектә һине һөйгәнгә шулай

Һин мине түгел, йәшлектен үҙен
Оноттоң буғай, оноттоң буғай (2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Осрашҡандар көндәр төн менән. Был донъяны белгәнемдән алып, Һинең барлығыңды мин беләм. Һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм. Ғәлийә: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Йөрәгемә ҡунды ялҡыны. Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ Һөйөү булғандыр ул, ахыры. Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым, ЙЫрактан эҙләгән яҡыным. Йөрәктә ҡабынған ялҡыным, Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым. Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Ғүмерҙәре янып юғала. Ғәлийә Ә мәхәббәт ғүмерләрҙән оҙон, Мәңге яна, мәңге йырлана. Заһир, Ғәлийә бергә: һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/.
  • Урмандарға керһәң, ағас киҫһәң, Кәкереһен киҫмә, төҙөн кис. Кәкереһен киҫмә, төҙөн кис. Гелән генә бергә булып булмаҫ, Ултырайыҡ әле бөгөн кис. Ултырайыҡ әле бөгөн кис. Урмандарға кереп аптыраным Йәш имәндең бөгөлгәненә. Йәш имәндең бөгөлгәненә. Барса ғына халыҡ хайран ҡалһын Һеҙҙең өсөн өҙөлгәнемә. Һеҙҙең өсөн өҙөлгәнемә. Урмандарға керһәң — һыҙғырып кер, Шауламаған ағас ҡалмаһын. Шауламаған ағас ҡалмаһын. Сит ерҙәрҙә йөрөһәң — яҡшы йөрө, Һоҡланмаған кеше ҡалмаһын! Һоҡланмаған кеше ҡалмаһын!
  • Йәшел генә сана, зыңғыр дуға Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа. Эй-й... Атайсалға ҡайтып торор ҙа булһам, Ирешер инем, Фатимам, моратҡа. Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел, Һайраһа ла туғайы киң түгел. Эй-й... илама ла, Фатимам, илама, Югереп атлап етер ҙә ер түгел. Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға Талпына ла микән, ҡош күреп, Эй-й... киң түшәккәйҙәрен тарҙар йәйеп, Көтә микән Фатимам, төш күреп. (Икенсе вариант) Йәшел генә сана, зыңғыр дуға, Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа. Тыуғае яҡтарыма ҡайтып торор ҙа булһам, Ирешер инем, Фатимам, моратҡа. Иртән генә тороп, бер ҡараһам, Ҡырҡты менән Өрпәк күренә. Ерһенмәйем, Фатимам, сит ерҙәрҙе, Зарураттан күркәм күренә. Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға Талпына ла микән, ҡош күреп. Йөҙ илле лә керпек күҙен йомоп, Көтә микән Фатимам, төш күреп.