Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Шишмә йыры»
исполнителя Газим Ильясов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Таң атҡанда шишмәләргә төшәм
Ҡар тулғанда күңел сафлыҡҡа.
Хыялдарың яҡтырғандай тула
Иҫке йөрәк тулы һандыҡҡа.

Припев
Моң алырға төшәм шишмәләргә,
Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам.
Шишмә йырынан моңлораҡ көй
Был донъяға әле тыумаған.

Иртәләрҙәй шишмәләргә төшәм
Һандуғастар йырын тыңларға.
Илһам алып шишмә һыуҙарынан
Йөрәк йырҙарымды йырларға.

Припев
Моң алырға төшәм шишмәләргә,
Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам.
Шишмә йырынан моңлораҡ көй
Был донъяға әле тыумаған.

Ғүмеркәйҙәр ерҙә мәңге түгел,
Шишмә ҡала йырлап үҙ йырын.
Йыр алырға килеп шишмәләргә
Моңға һыуһағандай йәш быуын.

Припев
Моң алырға төшәм шишмәләргә,
Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам.
Шишмә йырынан моңлораҡ көй
Был донъяға әле тыумаған.

(Р. Ғимрани муз., Ф.Ғәлиев һүҙ)

Другие песни исполнителя:

  • Йәшлек бит ул — йүгәнһеҙ ат, Башын бирмәй ҙә ҡуя. Шул дәүер була бер ҡабат, Шул дәүер була бер ҡабат, Үтһә, килмәй ҙә ҡуя. Ҡартлыҡ ҡарт ат, туйҙа елмәй, Елһә, үҙмай ҙа ҡуя. Ҡартлыҡ һинән һорап килмәй, Ҡартлыҡ һинән (минән) һорап килмәй, Килһә, китмәй ҙә ҡуя. Йәшлек бит ул — йүгәнһеҙ ат, Башын бирмәй ҙә ҡуя. Шул дәүер була бер ҡабат, Шул дәүер була бер ҡабат, Үтһә килмәй ҙә ҡуя.
  • Нисә тапҡыр инде талпынһам да, Ҡанатланып ҡуя аҡҡоштар. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Айырылып булмай яҙмыштан. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Айырылып булмай яҙмыштан. Хыялымда осам ҡош шикелле, Ғүмерҙәрем әле уҙмаған. Мин теләгән бәхет- шатлыҡтарым, Әллә инде миңә яҙмаған. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Күтәрелеп булмай яҙмыштан. Тәҙрә асып тағам йондоҙҙарға, Береһе бейек, береһе юғары. Юғарыға ҡарап ялбарһам да, Яҙмыштарҙан яҙмыш юҡ бары. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Күтәрелеп булмай яҙмыштан.
  • Бер береһен өҙөлөп һөйгәндәрҙе, Ғәйбәт уттарына һалмағыҙ. Ҡағылмағыҙ, зинһар басратмағыҙ, Һөйөү бит ул сафлыҡ аңлағыҙ. Ҡушымта: Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ, Көнләшмәгеҙ, сабыр булығыҙ. Бөгөн мин бәхетле, иртәгә һин, Балҡып торһон барыр юлығыҙ. Кеше һүҙе кеше үлтерә тиҙәр Был һүҙ бик һаҡ дөрөҫ әйтелгән. Үлгәндәр бит кире ҡайта алмай Әйткән һүҙгә һуңынан үкенмә
  • Бына тағы киттем йыраҡтарға тыуған яғым һинән айырылып тыуған яғым һинән айырылып һөйгәнемде һиндә ҡалдырып зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бик һағындым һине тыуған яғым тал тирәкле иҙел буйларын йәйләр еткәс шаулап уйнай торған йәмле матур һабантуйларын зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бер ҡайтаһы ине тыуган яҡҡа ялан аяҡ йөрөгән яҡтарға бер ҡайтаһы ине йәшлегемә тәуге мөхәббәтем янына. зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда.