Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа»
исполнителя Газим Ильясов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Бына тағы киттем йыраҡтарға
тыуған яғым һинән айырылып
тыуған яғым һинән айырылып
һөйгәнемде һиндә ҡалдырып

зәңгәр томандар артында
бик йыраҡтарға ҡалһамда

мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп
тыуған яғым һине һағынып
йөрәккәйем әрнеп янғанда.
мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп
тыуған яғым һине һағынып
йөрәккәйем әрнеп янғанда.

бик һағындым һине тыуған яғым
тал тирәкле иҙел буйларын
йәйләр еткәс шаулап уйнай торған
йәмле матур һабантуйларын

зәңгәр томандар артында
бик йыраҡтарға ҡалһамда

мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп
тыуған яғым һине һағынып
йөрәккәйем әрнеп янғанда.
мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп
тыуған яғым һине һағынып
йөрәккәйем әрнеп янғанда.

бер ҡайтаһы ине тыуган яҡҡа
ялан аяҡ йөрөгән яҡтарға
бер ҡайтаһы ине йәшлегемә
тәуге мөхәббәтем янына.

зәңгәр томандар артында
бик йыраҡтарға ҡалһамда

мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп
тыуған яғым һине һағынып
йөрәккәйем әрнеп янғанда.
мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп
тыуған яғым һине һағынып
йөрәккәйем әрнеп янғанда.

Другие песни исполнителя:

  • Күренәһең миңә, һылыуым, Аҡҡош булып күлдәгең. Күҙ алдарымдан китмәйһең, Татлы төштәй керәһең. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2) Һин йөрөйһөң мине алып Күк томан араһында. Мин йөҙәм татлы ғазапта, Мөхәббәт даръяһында. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2) Күренәһең миңә, һылыуым, Аҡҡош булып күлдәгең. Күҙ алдарымдан китмәйһең, Татлы төштәй икәнһең. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2)
  • Айҙар, йылдар үтте, көҙҙәр етте, Тағы ҡоштар китә теҙелеп. Ҡанат елпеп осҡан шул ҡоштарҙың, Мамыҡтары оса теҙелеп. Аҡ мамыҡтар, ап-аҡ мамыҡтар, Яуырмы икән елгә ҡар булып? Ояларын ташлап осҡан ҡоштар, Ҡайтырмы икән кире пар булып? Тағы бына һуңғы көнөн барлай, Алтын һайрай һала көҙ еле. Был тормошта, бары алышына, Йәшлек кенә ҡайтмай шул кире. Аҡ мамыҡтар, ап-аҡ мамыҡтар, Яуырмы икән елгә ҡар булып? Ояларын ташлап осҡан ҡоштар, Ҡайтырмы икән кире пар булып?