Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Дәүерҙәр»
исполнителя Газим Ильясов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йәшлек бит ул йүгәнһеҙ ат,
Башын бирмәй ҙә ҡуя.
Шул дәүер була бер ҡабат,
Шул дәүер була бер ҡабат,
Үтһә, килмәй ҙә ҡуя.

Ҡартлыҡ ҡарт ат, туйҙа елмәй,
Елһә, үҙмай ҙа ҡуя.
Ҡартлыҡ һинән һорап килмәй,
Ҡартлыҡ һинән (минән) һорап килмәй,
Килһә, китмәй ҙә ҡуя.

Йәшлек бит ул йүгәнһеҙ ат,
Башын бирмәй ҙә ҡуя.
Шул дәүер була бер ҡабат,
Шул дәүер була бер ҡабат,
Үтһә килмәй ҙә ҡуя.

Другие песни исполнителя:

  • Таң атҡанда шишмәләргә төшәм Ҡар тулғанда күңел сафлыҡҡа. Хыялдарың яҡтырғандай тула Иҫке йөрәк тулы һандыҡҡа. Припев Моң алырға төшәм шишмәләргә, Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам. Шишмә йырынан моңлораҡ көй Был донъяға әле тыумаған. Иртәләрҙәй шишмәләргә төшәм Һандуғастар йырын тыңларға. Илһам алып шишмә һыуҙарынан Йөрәк йырҙарымды йырларға. Припев Моң алырға төшәм шишмәләргә, Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам. Шишмә йырынан моңлораҡ көй Был донъяға әле тыумаған. Ғүмеркәйҙәр ерҙә мәңге түгел, Шишмә ҡала йырлап үҙ йырын. Йыр алырға килеп шишмәләргә Моңға һыуһағандай йәш быуын. Припев Моң алырға төшәм шишмәләргә, Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам. Шишмә йырынан моңлораҡ көй Был донъяға әле тыумаған. (Р. Ғимрани муз., Ф.Ғәлиев һүҙ)
  • Ғүмерем ағыштарымдан Таптым да, юғалттым да. Өҙөлөп һөйгән ерҙәрҙе Ярамай юғалтырға. Припев Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле Булмаһын яҙмышҡайым. Үкенеп уйларға яҙмаһын Мөхәббәт ялғыштарын. (х2) Киҫер алмаҫ минуттар күп, Кәрәк ғәфү итәргә. Ниңә һуң йөрәк яраңды Ҡалдырып та китәргә. Припев Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле Булмаһын яҙмышҡайым. Үкенеп уйларға яҙмаһын Мөхәббәт ялғыштарын. (х2) Тынысландыр күңелеңде, Ашыҡма, сабырҙар ит. Күптәр ғүмерен уҙҙыра Һөйгәнен табырға тип. Припев Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле Булмаһын яҙмышҡайым. Үкенеп уйларға яҙмаһын Мөхәббәт ялғыштарын. (х2) (М.Гәзетдинов муз., Р.Тимерова һүҙ)
  • Ҡыштарымда уҙып бара, Тағы бер яҙым етә. Көтөүҙәрем бушҡа булғас, Ғүмерем һинһеҙ үтә. Болоттар ағыр инде, Тамсылар тамыр инде. Янырға ҡалған йөрәгем, Яныр ҙа яныр инде. Һалҡын томандар һары ла, Иртәләрем талдарға. Хоҙайым түҙемлектәр бир, Яңғыҙ ҡалған йәрҙәргә. Болоттар ағыр инде, Тамсылар тамыр инде. Янырға ҡалған йөрәгем, Яныр ҙа яныр инде. Һөйөнәм дә көйөнәм дә, Яҙҙарым уҙып бара. Булманың бәхет йондоҙом, Булдың ғүмерлек яра. Болоттар ағыр инде, Тамсылар тамыр инде. Янырға ҡалған йөрәгем, Яныр ҙа яныр инде.