Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Атай»
исполнителя Газим Ильясов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Төштәремдә күрәм атайымды,
Йырлай-йырлай атын еккәнен,
Йылы ҡараш ташлап әсәйемә,
Ҙур ҡапҡанан сығып киткәнен.

Ҡайта инең, атай, кискә ҡалып,
Һөйләй инең ниҙәр күргәнең,
Биғрәк тәмле ине ҡипҡән икмәк
"Ҡуян күстәнәсе" тигәнең.

Әйтә инең миңә ғүмеремде
Бушҡа үткәрмә улым тип.
Изгелектәр эшләп үҫһәң әгәр,
Балҡып торор ғүмер юлың тип.

Әйткән һүҙең, изге теләктәрең,
Үтәлерҙәр һәрбер эшемдә.
Ҡалған ғүмерҙәрең оҙын булһын,
Рәхмәт атай барһын өсөн дә.

Другие песни исполнителя:

  • Нисә тапҡыр инде талпынһам да, Ҡанатланып ҡуя аҡҡоштар. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Айырылып булмай яҙмыштан. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Айырылып булмай яҙмыштан. Хыялымда осам ҡош шикелле, Ғүмерҙәрем әле уҙмаған. Мин теләгән бәхет- шатлыҡтарым, Әллә инде миңә яҙмаған. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Күтәрелеп булмай яҙмыштан. Тәҙрә асып тағам йондоҙҙарға, Береһе бейек, береһе юғары. Юғарыға ҡарап ялбарһам да, Яҙмыштарҙан яҙмыш юҡ бары. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Күтәрелеп булмай яҙмыштан.
  • Йәшлек бит ул — йүгәнһеҙ ат, Башын бирмәй ҙә ҡуя. Шул дәүер була бер ҡабат, Шул дәүер була бер ҡабат, Үтһә, килмәй ҙә ҡуя. Ҡартлыҡ ҡарт ат, туйҙа елмәй, Елһә, үҙмай ҙа ҡуя. Ҡартлыҡ һинән һорап килмәй, Ҡартлыҡ һинән (минән) һорап килмәй, Килһә, китмәй ҙә ҡуя. Йәшлек бит ул — йүгәнһеҙ ат, Башын бирмәй ҙә ҡуя. Шул дәүер була бер ҡабат, Шул дәүер була бер ҡабат, Үтһә килмәй ҙә ҡуя.
  • Яңғыз инем, таптым һине, Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Даръяларҙан тартып алып, Уттарға илтеп һалдым. Яҙмыш ҡынам, хөкөмдәрем, Алдан уҡ ҡылған икән. Һөйөүҙәрең миндә түгел, Яттарҙа булған икән. Ҡиммәтәйҙән көткән күңел, Бирелеп татлы хискә. Хыялдарым була микән Бары тик үкенескә. Яҙмыш ҡынам, хөкөмдәрем, Алдан уҡ ҡылған икән. Һөйөүҙәрең миндә түгел, Яттарҙа булған икән. Билкәйҙәрең талдай зифа, Туймаҫһың ҡарап һис тә. Ай башында тыуғанһыңдыр, Баштарың шундай нескә. Яҙмыш ҡынам, хөкөмдәрем, Алдан уҡ ҡылған икән. Һөйөүҙәрең миндә түгел, Яттарҙа булған икән. (Р.Ғимрәни муз., Ш. Биҡҡол һүҙ.)