Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Айырылып булмай яҙмыштан»
исполнителя Газим Ильясов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Нисә тапҡыр инде талпынһам да,
Ҡанатланып ҡуя аҡҡоштар.
Әллә ниңә осоп китеп булмай,
Айырылып булмай яҙмыштан.

Болоттарға әле еткәнем юҡ,
Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә.
Әллә ниңә осоп китеп булмай,
Айырылып булмай яҙмыштан.

Хыялымда осам ҡош шикелле,
Ғүмерҙәрем әле уҙмаған.
Мин теләгән бәхет- шатлыҡтарым,
Әллә инде миңә яҙмаған.

Болоттарға әле еткәнем юҡ,
Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә.
Әллә ниңә осоп китеп булмай,
Күтәрелеп булмай яҙмыштан.

Тәҙрә асып тағам йондоҙҙарға,
Береһе бейек, береһе юғары.
Юғарыға ҡарап ялбарһам да,
Яҙмыштарҙан яҙмыш юҡ бары.

Болоттарға әле еткәнем юҡ,
Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә.
Әллә ниңә осоп китеп булмай,
Күтәрелеп булмай яҙмыштан.

Другие песни исполнителя:

  • Яңғыз инем, таптым һине, Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Даръяларҙан тартып алып, Уттарға илтеп һалдым. Яҙмыш ҡынам, хөкөмдәрем, Алдан уҡ ҡылған икән. Һөйөүҙәрең миндә түгел, Яттарҙа булған икән. Ҡиммәтәйҙән көткән күңел, Бирелеп татлы хискә. Хыялдарым була микән Бары тик үкенескә. Яҙмыш ҡынам, хөкөмдәрем, Алдан уҡ ҡылған икән. Һөйөүҙәрең миндә түгел, Яттарҙа булған икән. Билкәйҙәрең талдай зифа, Туймаҫһың ҡарап һис тә. Ай башында тыуғанһыңдыр, Баштарың шундай нескә. Яҙмыш ҡынам, хөкөмдәрем, Алдан уҡ ҡылған икән. Һөйөүҙәрең миндә түгел, Яттарҙа булған икән. (Р.Ғимрәни муз., Ш. Биҡҡол һүҙ.)
  • Таң атҡанда шишмәләргә төшәм Ҡар тулғанда күңел сафлыҡҡа. Хыялдарың яҡтырғандай тула Иҫке йөрәк тулы һандыҡҡа. Припев Моң алырға төшәм шишмәләргә, Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам. Шишмә йырынан моңлораҡ көй Был донъяға әле тыумаған. Иртәләрҙәй шишмәләргә төшәм Һандуғастар йырын тыңларға. Илһам алып шишмә һыуҙарынан Йөрәк йырҙарымды йырларға. Припев Моң алырға төшәм шишмәләргә, Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам. Шишмә йырынан моңлораҡ көй Был донъяға әле тыумаған. Ғүмеркәйҙәр ерҙә мәңге түгел, Шишмә ҡала йырлап үҙ йырын. Йыр алырға килеп шишмәләргә Моңға һыуһағандай йәш быуын. Припев Моң алырға төшәм шишмәләргә, Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам. Шишмә йырынан моңлораҡ көй Был донъяға әле тыумаған. (Р. Ғимрани муз., Ф.Ғәлиев һүҙ)
  • Ғүмерем ағыштарымдан Таптым да, юғалттым да. Өҙөлөп һөйгән ерҙәрҙе Ярамай юғалтырға. Припев Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле Булмаһын яҙмышҡайым. Үкенеп уйларға яҙмаһын Мөхәббәт ялғыштарын. (х2) Киҫер алмаҫ минуттар күп, Кәрәк ғәфү итәргә. Ниңә һуң йөрәк яраңды Ҡалдырып та китәргә. Припев Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле Булмаһын яҙмышҡайым. Үкенеп уйларға яҙмаһын Мөхәббәт ялғыштарын. (х2) Тынысландыр күңелеңде, Ашыҡма, сабырҙар ит. Күптәр ғүмерен уҙҙыра Һөйгәнен табырға тип. Припев Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле Булмаһын яҙмышҡайым. Үкенеп уйларға яҙмаһын Мөхәббәт ялғыштарын. (х2) (М.Гәзетдинов муз., Р.Тимерова һүҙ)
  • Эх, һағындым ауылымны, Һыҙылып атҡан таңдарын, Тугайҙарын, урмандарын, Күңелле бала сағын. Кил ҡаршыма тыуған ауылым Өҙөлөп һине һағындым. Араларҙа оҙон юлдар, Көндәр үтә һиҙелмәй. Эх, һағындым атай-әсәй, Күрәһем килә һеҙҙе. Кил ҡаршыма тыуған ауылым Өҙөлөп һине һағындым. Ҡайтыр инем тыуған ауылым Йәшлегемде һағынып. Күңелемдә тулы һағыш, Осор инем ҡош булып. Кил ҡаршыма тыуған ауылым Өҙөлөп һине һағындым.