Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Кил ҡаршыма, тыуған ауылым»
исполнителя Газим Ильясов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Эх, һағындым ауылымны,
Һыҙылып атҡан таңдарын,
Тугайҙарын, урмандарын,
Күңелле бала сағын.

Кил ҡаршыма тыуған ауылым
Өҙөлөп һине һағындым.

Араларҙа оҙон юлдар,
Көндәр үтә һиҙелмәй.
Эх, һағындым атай-әсәй,
Күрәһем килә һеҙҙе.

Кил ҡаршыма тыуған ауылым
Өҙөлөп һине һағындым.

Ҡайтыр инем тыуған ауылым
Йәшлегемде һағынып.
Күңелемдә тулы һағыш,
Осор инем ҡош булып.

Кил ҡаршыма тыуған ауылым
Өҙөлөп һине һағындым.

Другие песни исполнителя:

  • Бер береһен өҙөлөп һөйгәндәрҙе, Ғәйбәт уттарына һалмағыҙ. Ҡағылмағыҙ, зинһар басратмағыҙ, Һөйөү бит ул сафлыҡ аңлағыҙ. Ҡушымта: Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ, Көнләшмәгеҙ, сабыр булығыҙ. Бөгөн мин бәхетле, иртәгә һин, Балҡып торһон барыр юлығыҙ. Кеше һүҙе кеше үлтерә тиҙәр Был һүҙ бик һаҡ дөрөҫ әйтелгән. Үлгәндәр бит кире ҡайта алмай Әйткән һүҙгә һуңынан үкенмә
  • Аҡ болотҡа ятып йөҙә аҡҡош, Ҡанаттары юлда талмаҫ та. Киткән ҡоштар яҙын кире ҡайта, Йылдар китә кире ҡайтмаҫҡа. Припев: Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы, Хәтерләйек алыҫ үткәнде. Ғүмер юлы тәүге мөхәббәтәй Алтын туйға килеп еткәнде. (2 раза) Йылдар сылбырынан ғүмер теҙеп, Берсә таныр, берсә ҡабалан. Һиҙҙермәйсә алыҫ араларға Алып китә икән был заман. Припев: Тиңләр инем һеҙҙең ғүмер юлын Алтындан да киммәт байлыҡҡа. Күрешәйек тағын, алла бирһә, Һеҙҙең менән иҫән-һаулыҡта. (2 раза) Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы, Һеҙҙең менән иҫән-һаулыҡта.
  • Төштәремдә күрәм атайымды, Йырлай-йырлай атын еккәнен, Йылы ҡараш ташлап әсәйемә, Ҙур ҡапҡанан сығып киткәнен. Ҡайта инең, атай, кискә ҡалып, Һөйләй инең ниҙәр күргәнең, Биғрәк тәмле ине ҡипҡән икмәк — "Ҡуян күстәнәсе" тигәнең. Әйтә инең миңә ғүмеремде Бушҡа үткәрмә улым тип. Изгелектәр эшләп үҫһәң әгәр, Балҡып торор ғүмер юлың тип. Әйткән һүҙең, изге теләктәрең, Үтәлерҙәр һәрбер эшемдә. Ҡалған ғүмерҙәрең оҙын булһын, Рәхмәт атай барһын өсөн дә.