Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Гәлсәр бокалдар»
исполнителя Газим Ильясов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Аҡ болотҡа ятып йөҙә аҡҡош,
Ҡанаттары юлда талмаҫ та.
Киткән ҡоштар яҙын кире ҡайта,
Йылдар китә кире ҡайтмаҫҡа.

Припев:
Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы,
Хәтерләйек алыҫ үткәнде.
Ғүмер юлы тәүге мөхәббәтәй
Алтын туйға килеп еткәнде. (2 раза)

Йылдар сылбырынан ғүмер теҙеп,
Берсә таныр, берсә ҡабалан.
Һиҙҙермәйсә алыҫ араларға
Алып китә икән был заман.

Припев:
Тиңләр инем һеҙҙең ғүмер юлын
Алтындан да киммәт байлыҡҡа.
Күрешәйек тағын, алла бирһә,
Һеҙҙең менән иҫән-һаулыҡта. (2 раза)

Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы,
Һеҙҙең менән иҫән-һаулыҡта.

Другие песни исполнителя:

  • Таң атҡанда шишмәләргә төшәм Ҡар тулғанда күңел сафлыҡҡа. Хыялдарың яҡтырғандай тула Иҫке йөрәк тулы һандыҡҡа. Припев Моң алырға төшәм шишмәләргә, Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам. Шишмә йырынан моңлораҡ көй Был донъяға әле тыумаған. Иртәләрҙәй шишмәләргә төшәм Һандуғастар йырын тыңларға. Илһам алып шишмә һыуҙарынан Йөрәк йырҙарымды йырларға. Припев Моң алырға төшәм шишмәләргә, Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам. Шишмә йырынан моңлораҡ көй Был донъяға әле тыумаған. Ғүмеркәйҙәр ерҙә мәңге түгел, Шишмә ҡала йырлап үҙ йырын. Йыр алырға килеп шишмәләргә Моңға һыуһағандай йәш быуын. Припев Моң алырға төшәм шишмәләргә, Өҙөлөп тә моңға ҡыуанам. Шишмә йырынан моңлораҡ көй Был донъяға әле тыумаған. (Р. Ғимрани муз., Ф.Ғәлиев һүҙ)
  • Һин һөрама бәхетлеме диеп Һинен менән уткән гөмерем Мөмкин булһа кабат яшәр идем, Һин янымда булһаң һәр көнем. Мең кат кабатлайем — бәхетлемен Булуыңа һинең, һөйгәнем. Еллар утеп сәскә сал ятса да Яшьлектәге кебек һөярмен. Һин сорама үкәнмиһеңме дип, Һайлағанда һине яр итеп. Ходай беҙҙе, шулай, яраткан бит, Аккошларҙай беҙҙе пар итеп. Мең кат кабатлыймын — бәхетлемен Булуыңа инең, һөйгәнем. Еллар утеп сәскә сал ятса да Яшьлектәге кебек һөярмен. Һин сорама, һөяһеңме диеп, Сине һөеп үткән елларым. Бәхет нурларында коенырбыҙ, Бергә үтһәк гомер юлларын. Мең кат кабатлыймын — бәхетлемен Булуыңа һинең, һөйгәнем. Еллар утеп сәскә сал ятса да Яшьлектәге кебек һөярмен.
  • Күренәһең миңә, һылыуым, Аҡҡош булып күлдәгең. Күҙ алдарымдан китмәйһең, Татлы төштәй керәһең. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2) Һин йөрөйһөң мине алып Күк томан араһында. Мин йөҙәм татлы ғазапта, Мөхәббәт даръяһында. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2) Күренәһең миңә, һылыуым, Аҡҡош булып күлдәгең. Күҙ алдарымдан китмәйһең, Татлы төштәй икәнһең. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2)
  • Төштәремдә күрәм атайымды, Йырлай-йырлай атын еккәнен, Йылы ҡараш ташлап әсәйемә, Ҙур ҡапҡанан сығып киткәнен. Ҡайта инең, атай, кискә ҡалып, Һөйләй инең ниҙәр күргәнең, Биғрәк тәмле ине ҡипҡән икмәк — "Ҡуян күстәнәсе" тигәнең. Әйтә инең миңә ғүмеремде Бушҡа үткәрмә улым тип. Изгелектәр эшләп үҫһәң әгәр, Балҡып торор ғүмер юлың тип. Әйткән һүҙең, изге теләктәрең, Үтәлерҙәр һәрбер эшемдә. Ҡалған ғүмерҙәрең оҙын булһын, Рәхмәт атай барһын өсөн дә.
  • Нисә тапҡыр инде талпынһам да, Ҡанатланып ҡуя аҡҡоштар. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Айырылып булмай яҙмыштан. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Айырылып булмай яҙмыштан. Хыялымда осам ҡош шикелле, Ғүмерҙәрем әле уҙмаған. Мин теләгән бәхет- шатлыҡтарым, Әллә инде миңә яҙмаған. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Күтәрелеп булмай яҙмыштан. Тәҙрә асып тағам йондоҙҙарға, Береһе бейек, береһе юғары. Юғарыға ҡарап ялбарһам да, Яҙмыштарҙан яҙмыш юҡ бары. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Күтәрелеп булмай яҙмыштан.