Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡайтам әле»
исполнителя Газим Ильясов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Айҙар, йылдар үтте, көҙҙәр етте, Тағы ҡоштар китә теҙелеп. Ҡанат елпеп осҡан шул ҡоштарҙың, Мамыҡтары оса теҙелеп. Аҡ мамыҡтар, ап-аҡ мамыҡтар, Яуырмы икән елгә ҡар булып? Ояларын ташлап осҡан ҡоштар, Ҡайтырмы икән кире пар булып? Тағы бына һуңғы көнөн барлай, Алтын һайрай һала көҙ еле. Был тормошта, бары алышына, Йәшлек кенә ҡайтмай шул кире. Аҡ мамыҡтар, ап-аҡ мамыҡтар, Яуырмы икән елгә ҡар булып? Ояларын ташлап осҡан ҡоштар, Ҡайтырмы икән кире пар булып?
  • Ҡыштарымда уҙып бара, Тағы бер яҙым етә. Көтөүҙәрем бушҡа булғас, Ғүмерем һинһеҙ үтә. Болоттар ағыр инде, Тамсылар тамыр инде. Янырға ҡалған йөрәгем, Яныр ҙа яныр инде. Һалҡын томандар һары ла, Иртәләрем талдарға. Хоҙайым түҙемлектәр бир, Яңғыҙ ҡалған йәрҙәргә. Болоттар ағыр инде, Тамсылар тамыр инде. Янырға ҡалған йөрәгем, Яныр ҙа яныр инде. Һөйөнәм дә көйөнәм дә, Яҙҙарым уҙып бара. Булманың бәхет йондоҙом, Булдың ғүмерлек яра. Болоттар ағыр инде, Тамсылар тамыр инде. Янырға ҡалған йөрәгем, Яныр ҙа яныр инде.
  • Төштәремдә күрәм атайымды, Йырлай-йырлай атын еккәнен, Йылы ҡараш ташлап әсәйемә, Ҙур ҡапҡанан сығып киткәнен. Ҡайта инең, атай, кискә ҡалып, Һөйләй инең ниҙәр күргәнең, Биғрәк тәмле ине ҡипҡән икмәк — "Ҡуян күстәнәсе" тигәнең. Әйтә инең миңә ғүмеремде Бушҡа үткәрмә улым тип. Изгелектәр эшләп үҫһәң әгәр, Балҡып торор ғүмер юлың тип. Әйткән һүҙең, изге теләктәрең, Үтәлерҙәр һәрбер эшемдә. Ҡалған ғүмерҙәрең оҙын булһын, Рәхмәт атай барһын өсөн дә.
  • Күренәһең миңә, һылыуым, Аҡҡош булып күлдәгең. Күҙ алдарымдан китмәйһең, Татлы төштәй керәһең. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2) Һин йөрөйһөң мине алып Күк томан араһында. Мин йөҙәм татлы ғазапта, Мөхәббәт даръяһында. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2) Күренәһең миңә, һылыуым, Аҡҡош булып күлдәгең. Күҙ алдарымдан китмәйһең, Татлы төштәй икәнһең. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2)