Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ярамай юғалтырға»
исполнителя Газим Ильясов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ғүмерем ағыштарымдан
Таптым да, юғалттым да.
Өҙөлөп һөйгән ерҙәрҙе
Ярамай юғалтырға.

Припев
Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле
Булмаһын яҙмышҡайым.
Үкенеп уйларға яҙмаһын
Мөхәббәт ялғыштарын. (х2)

Киҫер алмаҫ минуттар күп,
Кәрәк ғәфү итәргә.
Ниңә һуң йөрәк яраңды
Ҡалдырып та китәргә.

Припев
Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле
Булмаһын яҙмышҡайым.
Үкенеп уйларға яҙмаһын
Мөхәббәт ялғыштарын. (х2)

Тынысландыр күңелеңде,
Ашыҡма, сабырҙар ит.
Күптәр ғүмерен уҙҙыра
Һөйгәнен табырға тип.

Припев
Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле
Булмаһын яҙмышҡайым.
Үкенеп уйларға яҙмаһын
Мөхәббәт ялғыштарын. (х2)

(М.Гәзетдинов муз., Р.Тимерова һүҙ)

Другие песни исполнителя:

  • Йәшлек бит ул — йүгәнһеҙ ат, Башын бирмәй ҙә ҡуя. Шул дәүер була бер ҡабат, Шул дәүер була бер ҡабат, Үтһә, килмәй ҙә ҡуя. Ҡартлыҡ ҡарт ат, туйҙа елмәй, Елһә, үҙмай ҙа ҡуя. Ҡартлыҡ һинән һорап килмәй, Ҡартлыҡ һинән (минән) һорап килмәй, Килһә, китмәй ҙә ҡуя. Йәшлек бит ул — йүгәнһеҙ ат, Башын бирмәй ҙә ҡуя. Шул дәүер була бер ҡабат, Шул дәүер була бер ҡабат, Үтһә килмәй ҙә ҡуя.
  • Күренәһең миңә, һылыуым, Аҡҡош булып күлдәгең. Күҙ алдарымдан китмәйһең, Татлы төштәй керәһең. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2) Һин йөрөйһөң мине алып Күк томан араһында. Мин йөҙәм татлы ғазапта, Мөхәббәт даръяһында. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2) Күренәһең миңә, һылыуым, Аҡҡош булып күлдәгең. Күҙ алдарымдан китмәйһең, Татлы төштәй икәнһең. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2)