Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Аҡ мамыҡтар»
исполнителя Газим Ильясов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Айҙар, йылдар үтте, көҙҙәр етте,
Тағы ҡоштар китә теҙелеп.
Ҡанат елпеп осҡан шул ҡоштарҙың,
Мамыҡтары оса теҙелеп.

Аҡ мамыҡтар, ап-аҡ мамыҡтар,
Яуырмы икән елгә ҡар булып?
Ояларын ташлап осҡан ҡоштар,
Ҡайтырмы икән кире пар булып?

Тағы бына һуңғы көнөн барлай,
Алтын һайрай һала көҙ еле.
Был тормошта, бары алышына,
Йәшлек кенә ҡайтмай шул кире.

Аҡ мамыҡтар, ап-аҡ мамыҡтар,
Яуырмы икән елгә ҡар булып?
Ояларын ташлап осҡан ҡоштар,
Ҡайтырмы икән кире пар булып?

Другие песни исполнителя:

  • Йәшлек бит ул — йүгәнһеҙ ат, Башын бирмәй ҙә ҡуя. Шул дәүер була бер ҡабат, Шул дәүер була бер ҡабат, Үтһә, килмәй ҙә ҡуя. Ҡартлыҡ ҡарт ат, туйҙа елмәй, Елһә, үҙмай ҙа ҡуя. Ҡартлыҡ һинән һорап килмәй, Ҡартлыҡ һинән (минән) һорап килмәй, Килһә, китмәй ҙә ҡуя. Йәшлек бит ул — йүгәнһеҙ ат, Башын бирмәй ҙә ҡуя. Шул дәүер була бер ҡабат, Шул дәүер була бер ҡабат, Үтһә килмәй ҙә ҡуя.
  • Бер береһен өҙөлөп һөйгәндәрҙе, Ғәйбәт уттарына һалмағыҙ. Ҡағылмағыҙ, зинһар басратмағыҙ, Һөйөү бит ул сафлыҡ аңлағыҙ. Ҡушымта: Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ, Көнләшмәгеҙ, сабыр булығыҙ. Бөгөн мин бәхетле, иртәгә һин, Балҡып торһон барыр юлығыҙ. Кеше һүҙе кеше үлтерә тиҙәр Был һүҙ бик һаҡ дөрөҫ әйтелгән. Үлгәндәр бит кире ҡайта алмай Әйткән һүҙгә һуңынан үкенмә