Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Уйҙарым»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • 1. Таң әтәстәре ҡысҡыра, Әллә таң ата микән? Тәҙерәнән ҡарап ҡалды, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Әллә ярата микән? 2. Тәҙерәнән ҡарайһың да, Ҡарап кемде таныйһың? Ҡарап күҙең талдырғансы, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Ник саҡырып алмайһың? 3. Тәҙерә төбөм ҡаты бал, Ашайһың килһә ватып ал. Һөйөүҙәрең ысындан булһа, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Тәҙерәнән тартып ал.
  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!
  • Ауыл менән ҡала, урамда, урманда, Һине эҙләйем мин, һин ҡайҙа? Ауыл менән ҡала, галактикаламы? Теләгән эҙләмәй табыламы? Һин юҡһың, юҡһың, таба [а]лманым һине, Һин юҡһың, юҡһың, эҙләмәйһең мине. Һин юҡһың, юҡһың. Бар булһаң, ҡайҙаһың? Һин кемһең, йөрөйһөң ҡайҙа? Өфөлә лә юҡ-юҡ, Стәрлелә лә юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Сибайҙа ла юҡ-юҡ, Баймаҡта ла юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Башҡорт микән үҙе, ғәжәп микән һүҙе? Төшөр миңә ҡасан уның күҙе? Сәс[е] ҡыҫҡа булһа ла, аҡсаһыҙ булһа ла. Ҡыҙҙар тыйнаҡлыҡта һынала. Унда барам, юҡ-юҡ, бында барам, юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Һин юҡһың, юҡһың. Бар булһаң, ҡайҙаһың? Һин кемһең, йөрөйһөң ҡайҙа? Өфөлә лә юҡ-юҡ, Стәрлелә лә юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Баймаҡта ла юҡ-юҡ, Сибайҙа ла юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем.
  • 1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым, Селтәр булып күкте ялмаған. Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм, Аҡ томандар һине ҡаплаған. Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ, Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре. Йөрәгемдең шишмәһе һин, Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре. 2. Йондоҙҙарын һанай-һанай, Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә. Барлыҡ эштәремде ташлап, Киләм әле һиңә бөгөн дә. Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм, Бирермен йөрәгемде. Йәлләмәйем һинең өсөн Иң ҡәҙерле булған йәнемде. 3. Күрһәң,әгәр, һинең өсөн Йөрәгемдә янған күмерҙе. Әл дә Хоҙай һине биргән, Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе. Яҙғы ташҡын таныштырҙы, Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр. Бер-беребеҙгә терәк булып, Мәңге бергә типһен йөрәктәр.