Башкирский переводчик

Песня «Ялҡында янам»
исполнителя RUZiT.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

Көтөлмәгәндә булды осрашыу
Аса алмай ҡалдым тик йөрәгемде.
Унда дөрләй усаҡ бик тә ҡыҙыу,
Ҡараштарың тынғы бирмәй күңелгә.
Йылдар, айҙар үтһә лә,
Тағы осратыу өмөтө һүнмәне.
Йылдар, айҙар үтһә лә,
Күҙҙәрем һинең күҙҙәрҙе эҙләне.

Күңелдәр ирей наҙлы ҡараштарҙан,
Тән йылыңды ҡосағымда тойоу рәхәт.
Күңелдәр ирей беҙ бергә булғанда,
Төн килтерер йәнебеҙгә иң ҙур ләззәт.
Яныңда ҡалһам ялҡында янам,
Ирендәрең ниңә һуң шундай ҡайнар?!
Яныңда ҡалһам ялҡында янам,
Һиңә булған хистәрем утҡа һала.
Ялҡында янам!

Яҙғы көндәр ҡауыштырҙы беҙҙе,
Һөйөү уты көтмәгәндә тоҡанды.
Ғүмрем буйына көткән яҙмышым,
Ҡаршылайыҡ бергә атҡан һәр таңды
Йәндәр йәнгә тартылһа
Йөрәктәр һөйөү сатҡылары һибә.
Тәндәр тәнгә ҡағылһа
Ул сатҡылар ҙур ялҡынға әйләнә.

Другие песни исполнителя:

В категории: Pop