Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

RUZiT.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Тыңла йөрәк тибешен, минен күкрәктә Наҙлы тауыш ҡайнар ҡанымды йугертэ Әйҙә бергәлшеп бейек был төндә Һылыу тик көттөрмә күңелем талпына Асып бирсе эске доньяңды оялма Куңлем һине хайлай йыһанға осарға Ҡагылыузан йоклаған тәнем уяна Ҡурҡма ярһыу йөрәктән, кил яныма припев Кил яныма һин минең уйҙарымда Кил яныма минең йөрәгем яна Ҡулдарым тәнеңә тағын үрелә Бәлки булырбыҙ бергә ошо төндә Серле төндә йәндәребеҙ бергә саҡта Яҙғы ҡарҙай ирерһең минең ҡосаҡта. Булыр уртаҡ бар уйҙарыбыҙ был төндә, Ҡалыр бәхет төнө хәтерҙә мәңгегә. Асып бирсе эске доньяңды оялма Куңлем һине хайлай йыһанға осарға Ҡагылыузан йоклаған тәнем уяна Ҡурҡма ярһыу йөрәктән, кил яныма припев Кил яныма һин минең уйҙарымда Кил яныма минең йөрәгем яна Ҡулдарым тәнеңә тағын үрелә Бәлки булырбыҙ бергә ошо төндә
  • Көтөлмәгәндә булды осрашыу Аса алмай ҡалдым тик йөрәгемде. Унда дөрләй усаҡ бик тә ҡыҙыу, Ҡараштарың тынғы бирмәй күңелгә. Йылдар, айҙар үтһә лә, Тағы осратыу өмөтө һүнмәне. Йылдар, айҙар үтһә лә, Күҙҙәрем һинең күҙҙәрҙе эҙләне. Күңелдәр ирей наҙлы ҡараштарҙан, Тән йылыңды ҡосағымда тойоу рәхәт. Күңелдәр ирей беҙ бергә булғанда, Төн килтерер йәнебеҙгә иң ҙур ләззәт. Яныңда ҡалһам ялҡында янам, Ирендәрең ниңә һуң шундай ҡайнар?! Яныңда ҡалһам ялҡында янам, Һиңә булған хистәрем утҡа һала. Ялҡында янам! Яҙғы көндәр ҡауыштырҙы беҙҙе, Һөйөү уты көтмәгәндә тоҡанды. Ғүмрем буйына көткән яҙмышым, Ҡаршылайыҡ бергә атҡан һәр таңды Йәндәр йәнгә тартылһа Йөрәктәр һөйөү сатҡылары һибә. Тәндәр тәнгә ҡағылһа Ул сатҡылар ҙур ялҡынға әйләнә.
  • 1 куплет Осраштырҙы беҙҙе йәмле йылы йәй, Күңелем шул минуттан тынғы белмәй. Йылмайыуың тирә-яҡты яҡтырта, Ҡарашыңдан бар гөлдәр сәскә ата. . Ҡояш нурҙарына сумған бар донья, Наҙлы елдәр сәстәреңде тарата, Кескәй ҡулдарыңды алып усыма Шыбырлайым мин бәхетле һин аңла. . Һинең менән ҡыуанам яңы тыуған көндәргә, Һинең менән бәхетле бергә булған мәлдәрҙә, Һинең менән әҙермен тормош юлын үтергә, Һинең менән, йәнем, тик һинең менән, йәнем. . Ҡушымта (2 тапҡыр) Башым әйләнә һиңә булған тойғоларҙан, Һиндәй һылыуҙы таба алмам мин бер ҡасан. Миңә кәрәкмәй үрелеп алыу йондоҙҙо, Һин бит минең ай ҡыҙым. . Ай ҡыҙы, ай ҡыҙы, Һин бит минең ай ҡыҙы, ай ҡыҙы... . 2 куплет Көтөп алынған йондоҙло сихри төн, Икәүҙән икәү генә ҡалдыҡ бөгөн. Ҡосағыма алам һине һаҡ ҡына,a Йөрәгем тибешен яҡындан тыңла. Кескәй иңдәреңә саҡ-саҡ ҡағылам, Йән тыныслығы яндарыңда табам. Сәстәреңдең хуш еҫтәрен һулайым, Ғашик булыуымды шунда аңлайым. . Һинең менән ҡыуанам яңы тыуған көндәргә, Һинең менән бәхетле бергә булған мәлдәрҙә, Һинең менән әҙермен тормош юлын үтергә, Һинең менән, йәнем, тик һинең менән, йәнем. . Ҡушымта (2 тапҡыр) Башым әйләнә һиңә булған тойғоларҙан, Һиндәй һылыуҙы таба алмам мин бер ҡасан. Миңә кәрәкмәй үрелеп алыу йондоҙҙо, Һин бит минең ай ҡыҙым. . Ай ҡыҙы, ай ҡыҙы, Һин бит минең ай ҡыҙы, ай ҡыҙы...
  • 1 куплет Күҙҙәреңде хәтерләтә Күктәге серле йондоҙҙар. Хыялдарым һиңә илтә Булһа ла урау ҡатмарлы юлдар. Уйҙарымда ишегеңде асам, Яҡты йөҙөң балҡый ҡаршымда. Һин һағынғаң, мин дә һағынғам, Иретермен ҡайнар ҡосағымда. . Ҡушымта Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға. Йыраҡ аралар артта ҡалдылар, Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем! . 2 куплет Таң яҡтыһы һыҙылғанда Күҙәтәм татлы йоҡоңдо. Икебеҙ төрлө булһаҡ та Уртаҡ шул уйҙар, уртаҡ шул тойғо. Һиңә булған мөхәбәт сафлығы Йылдар ағымына бирешмәҫ. Һин һаҡларһың, мин дә һаҡлармын Беҙгә яҙмыш биргән матур хисте. . Ҡушымта Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға. Йыраҡ аралар артта ҡалдылар, Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем!