1 куплет
Күҙҙәреңде хәтерләтә
Күктәге серле йондоҙҙар.
Хыялдарым һиңә илтә
Булһа ла урау ҡатмарлы юлдар.
Уйҙарымда ишегеңде асам,
Яҡты йөҙөң балҡый ҡаршымда.
Һин һағынғаң, мин дә һағынғам,
Иретермен ҡайнар ҡосағымда.
.
Ҡушымта
Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына
Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға.
Йыраҡ аралар артта ҡалдылар,
Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем!
.
2 куплет
Таң яҡтыһы һыҙылғанда
Күҙәтәм татлы йоҡоңдо.
Икебеҙ төрлө булһаҡ та
Уртаҡ шул уйҙар, уртаҡ шул тойғо.
Һиңә булған мөхәбәт сафлығы
Йылдар ағымына бирешмәҫ.
Һин һаҡларһың, мин дә һаҡлармын
Беҙгә яҙмыш биргән матур хисте.
.
Ҡушымта
Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына
Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға.
Йыраҡ аралар артта ҡалдылар,
Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем!