1 куплет
Осраштырҙы беҙҙе йәмле йылы йәй,
Күңелем шул минуттан тынғы белмәй.
Йылмайыуың тирә-яҡты яҡтырта,
Ҡарашыңдан бар гөлдәр сәскә ата.
.
Ҡояш нурҙарына сумған бар донья,
Наҙлы елдәр сәстәреңде тарата,
Кескәй ҡулдарыңды алып усыма
Шыбырлайым мин бәхетле һин аңла.
.
Һинең менән ҡыуанам яңы тыуған көндәргә,
Һинең менән бәхетле бергә булған мәлдәрҙә,
Һинең менән әҙермен тормош юлын үтергә,
Һинең менән, йәнем, тик һинең менән, йәнем.
.
Ҡушымта (2 тапҡыр)
Башым әйләнә һиңә булған тойғоларҙан,
Һиндәй һылыуҙы таба алмам мин бер ҡасан.
Миңә кәрәкмәй үрелеп алыу йондоҙҙо,
Һин бит минең ай ҡыҙым.
.
Ай ҡыҙы, ай ҡыҙы, Һин бит минең ай ҡыҙы, ай ҡыҙы...
.
2 куплет
Көтөп алынған йондоҙло сихри төн,
Икәүҙән икәү генә ҡалдыҡ бөгөн.
Ҡосағыма алам һине һаҡ ҡына,a
Йөрәгем тибешен яҡындан тыңла.
Кескәй иңдәреңә саҡ-саҡ ҡағылам,
Йән тыныслығы яндарыңда табам.
Сәстәреңдең хуш еҫтәрен һулайым,
Ғашик булыуымды шунда аңлайым.