Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яҡындар китә»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Хоҙайҙан яҙған һәр беребеҙгә
Күпме ғүмер юлын үтергә.
Кемдер алдараҡ, кемдер һуңыраҡ
Барыбыҙҙың юлы - бер ергә

Ҡушымта:
Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып
Ваҡытлыса түгел, мәңгегә.
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы,
Эх, күрешеп бер һөйләшергә

Алдан киткәндәр белмәйҙәр микән
Юғалтыуҙың әсе ҡазабын
Ҡалғандар белә, ташлап киткәндәр
Яндарына кире ҡайтмауын

Ҡушымта:
Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып
Ваҡытлыса түгел, мәңгегә.
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы,
Эх, күрешеп бер һөйләшергә

Кемдер яҙмыштан, кемдер яңылыштан
Китеп бара ҡала донъяла
Күрешеп булмай, һөйләшеп булмай
Ҡабул булһын ҡылған доғалар

Ҡушымта:
Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып
Ваҡытлыса түгел, мәңгегә.
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы,
Эх, күрешеп бер һөйләшергә

Другие песни исполнителя:

  • Был донъялар парлылар өсөнмө, Ниҡ бәхетһеҙ була яңғыҙҙар? Ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәгеҙ, Уларҙа ла хисле йөрәк бар. Ҡушымта: Яңлышмағыҙ, зинһар, яңлышмағыҙ, Йәрҙәрегеҙ ятҡа ҡалмаһын! Ғәфү итсе мине – “Ғәфү ит!” - тип, Үкенерлек генә булмаһын! Иҫкә төшә бергә булған саҡтар, Күҙҙәреңдән йәштәр тамалар. Ергә ятып үкһеп илаһам да, Йыраҡ инде хәҙер аралар. Ҡушымта Йылдар үтеү менән яралар ҙа Уңала ул тигән булалар. Төндәр буйы йоҡлай алмам ятам, Һинең хаҡта һаман уйланам. Ҡушымта
  • Иҫеңдәме иркәм күл буйында Вәғәҙәләштең бергә булырға Шул ваҡыттан алып хәҙергәсә Тоғро ҡалдыҡ биргән анттарға Рәхмәт йәнем рәхмәт һиңә генә Бар ғүмереңде бағышланың Мин бәхетле һин янымда булып Тормошомдо минең урланың Иҫеңдәме иркәм бәхетебеҙ Икеләтә артҡан саҡтары Тормошобоҙ мәғәнәһе булып Йортҡа сабыйҙарҙың ҡайтҡаны Бирһә ине Хоҙай һәр кемгә лә Ошо бәхеттәрҙе татырға Ғүмерҙәрҙең ахырына ҡәҙәр Яратып һәм яратылырға
  • 1.Көндәр үтә тимә Төндәр етә тимә Атыр алһыу таңдар Һайрар был-был ҡоштар Ҡушымта: Ғүмер үтә тимә Башҡайыңды эймә Килер әле яҙҙар Кайтыр әле ҡаҙҙар. 2. Йәйҙәр үтә тимә Көҙҙәр етә тимә Һибер ап-аҡ ҡарҙар Кабат килер яҙҙар 3.Ғүмер үтте тимә Күңелең төшөрмә Туғандар барында Дуҫтарың булғанда