Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Үҙ яғыма ҡайтһам»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып
Тыңлар инем үлән үҫкәнен.
Тыңлар инем салғы тауыштарын,
Киске йылы елдәр иҫкәнен.

Үҙ яғыма ҡайтһам - ергә ятып
Эсәр инем шишмә һыуҙарын.
Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын,
Егеттәрҙең ҡурай моңдарын.

Үҙ яғыма ҡайтһам - ялан аяҡ
Эҙләр инем тәүге юлымды,
Инеш буйындағы сәскәләрҙе,
Ғашиҡ булған тәүге ҡыҙымды.

Другие песни исполнителя:

  • Ҡара муйыл сәскәһендәй Ап-ак һинең йөҙҙәрең. Ҡара муйыл ҡап-ҡара Сын ҡарашың күҙҙәре. Ҡара муйыл ҡап-ҡара Сын ҡарашың күҙҙәре. Муйыл ҡап-ҡара булһа ла, Ап-ак сәскәләр ата. Йөрәгемдә муйыл түгел, Ап-ак сәскәләр ята. Йөрәгемдә муйыл түгел, Ап-ак сәскәләр ята. Быйыл да ҡап-ҡара муйыл Ап-ак сәскәләр атты. Һине күрһәм, хәтерләйем Муйыл сәскәле саҡты. Һине күрһәм, хәтерләйем Муйыл сәскәле саҡты. (Н. Даутов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • 1. Таң ата ҡош һайрай Ул ҡояшты һағынған Йыр йырлап шул ҡоштай Кил һин йәшлек яҙыма. Припев: Һин минең сафлығым Һин мәңгелек шатлығым. 2. Таң еле иркәләй Аҡ ҡайындың толомон Мин ҡасан ҡулыңдың Ҡайнарлығын тойормон 3. Алһыу таң иҙелгә Ҡоя көмөш таҫмаһын Күҙ нурың шул таңда Минең йөҙҙө ялмаһын.
  • Һинҽң хыялыңда мин түгелмен, Минең хыялымда һин булманың. Хоҙай,ниңә осраштырҙың беҙҙе? Ярҙамына үҙең ҡул һуҙманың. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һиңә пар була алмағанға. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һүҙемдә тора алмағанға. Булманы инде, булманы, Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр, Ике бүлемле араға Булманы һалып күперҙәр. Аҡыл менән һайлап алғандарҙы Аҡыл ғына тота йөрәк тотмай Йөрәк менән һайлап алғандарҙы Йыраҡ йөр(ө)тә, ниңә яҡын йөр(ө)тмәй Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һиңә пар була алмағанға. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һүҙемдә тора алмағанға. Булманы инде, булманы, Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр, Ике бүлемле араға Булманы һалып күперҙәр. Аҡыл менән йәшәп үтә көнөм, Аҡыл менән йәшәп арыным. Телгәләнгән йөрәгемдең зары, Моңо,һағышы ғына мин бары. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һиңә пар була алмағанға. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һүҙемдә тора алмағанға. Булманы инде, булманы, Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр, Ике бүлемле араға Булманы һалып күперҙәр.