Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Әсә көтә улын»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Тағы тора ҡояшлы май
Күктә ҡоштар ҡайталар
Тирә-яҡта аҫыл гөлдәр
Гөрләп сәскә аталар.

Ҡушымта:
Әсә көтә улын, әле ҡайтыр тиеп,
Әсә көтә улын, иҫән тиеп.

2. Көтә ине әсә улын
Ниңә улы ҡайтманы.
Сәскә атты ун туғыҙ йыл
Ниңә башҡа атманы.

Ҡушымта:
Әсә илай, улым, ҡайҙа ҡалдың тиеп
Әсә илай, ерҙә, бәхет юҡ тип.

3. Әсә тора башын эйгән
Һары сәскә ҡулында
Был әсәне тағы ниҙәр
Көтә тормош юлында.

Ҡушымта:
Әсә әйтмәй башҡа, улым һаумы тиеп,
Әсә әйтмәй башҡа улым тиеп.

Другие песни исполнителя:

  • Бөгөн мәсет тупһаһынан Мин ожмахҡа инәм. Әйтерһең дә, яҙмышымда Шулай ҡушҡан (яҙған) Ҡөрьән. Ҡушымта: Эй, мосолман донъяһы, Көмөш тауышлы аҙан. Эй, мосолман донъяһы, Хуш, хәйерле Рамаҙан! Тыуған ерем тупрағынан Бер ус алып хажға. Сыҡһам ине - мә именлек, Сәфәр бирһен Хоҙай! Ҡушымта Бирһен Хоҙай халыҡтарға Һаулыҡ һәм мәрхәмәт. Фәҡир хәлен уртаҡлашҡан Пәйғәмбәр Мөхәммәт.
  • 1.Тормош юлыңда тигеҙ атларға Ҡатмарлы булған сағыңда Еңергә була ауырлыҡтарҙы Дуҫтарың булhа әгәр яныңда Ҡара төндәрҙә, аяҙ көндәрҙә Яҡын дуҫ hәр саҡ беҙ бергә Бергә булғанда hис бирешмәйбеҙ Дуҫлыҡ балҡыhын ғүмергә 2.Юлдарҙа үтә беҙҙен ғумерҙәр Ашҡынып тибә йөрәктәр Бирешмәйенсә, аҙашмайынса Тоғро дуҫкайым, атлайыҡ бергә 3.күпме hынауҙар артта ҡалдылар үрләйhе әле үрҙәр бар Аянысымда, ышансымда Бары дуҫкайым hинең ҡулыңда
  • 1.Ниңә тотонһаҡ та уҙебеҙ Һә тигәнсе эшләп ҡуябыҙ Күркәм итеп өй һалабыҙ Йәйен бесәнен сабабыҙ Һис бирешмәй малын табабыҙ. ҡ-та Беҙ ауылдың шәп егеттәре Типһә тимер өҙөрлөктәре Ҡара ҡашлы ҡара күҙле Ярһып типкән ут йөрәкле Беҙ ауылдың көс-ғәйрәттәре Ярһып типкән йөрәкле Ҡыҙҙарғала кәрәкле Беҙ ауылдың шәп егеттәре. 2.Һабантуйҙарҙа,арғымаҡта Ал бирмәйсә ярһып еләбеҙ Сәхнәләрҙә шашып бейеп Көрәш майҙанына сыҡһаҡ Сит яҡтарға билде бирмәйбеҙ. 3.Беҙ бит замана егеттәре Ауылымдың тау бөркөттәре Үҙебеҙҙекен бирмәйбеҙ Яттарҙыҡына теймәйбеҙ Бына шулай гөрләп йәшәйбеҙ.
  • Оло юлдың туҙанын шул Үҙем күрҙем туҙғанын. Һиҙмәй ҡалдым, күрмәй (белмәй) ҡалдым Йәш ғүмерҙең уҙғанын. Оло юлдың туҙанында Ҡалды минең эҙҙәрем; Ҡайҙа икән йәшлегем, тип, Шул юлдарҙан эҙләнем. Олы юлдан аттар саба, Беҙгә ҡала туҙаны. Алда ғүмер барҙыр барын, Һағындыра уҙғаны.