Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Нисек барһың»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Нисек барһың, тик шулай бул.
Оҡшама бүтәндәргә.
Теләгәндә иркәләп ал,
Әрләгең килһә әрлә.
Һағынғанда, һағындым тип,
Һырыл муйындарыма.
Донъяларыңды онотоп,
Ял ит ҡуйындарымда.
Шатланғанда шарҡылдап көл
Хәсрәтең булһа, ҡайғыр.
Үҙең янһаң, һин мине лә
Ялҡының менән яндыр.

Нисек барһың, тик шулай бул.
Ҡыланма, ҡыландырма.
Төҙ юлда ла борғолана
Бары тик йылан ғына.
Һағынғанда һағындым тип
Һырыл муйындарыма.
Донъяларыңды онотоп
Ял ит ҡуйындарымда.
Шатланғанда шарҡылдап көл
Хәсрәтең булһа ҡайғыр.
Үҙең янһаң, һин мине лә
Ялҡының менән яндыр.

Другие песни исполнителя:

  • Күгәреп яталар Ирәндек тауҙары, Илемдең ҡуйы урмандары, Йәм-йәшел туғай ҡырҙары, Сылтырап аҡҡан шишмәләре, Беҙгә ҡалған ата-әсәләрҙән. Беҙ уны һаҡлайыҡ, дуҫтар, килгән йәшлеккә. Припев: Эй, Уралыбыҙ, беҙҙең бай илебеҙ, Эй, Уралыбыҙ, онотмам ҡурай моңон. (2 раза) Һанап бөтмәҫһең булған Урал байлығын, Илемдең моңло көйҙәрен, Халҡымдың булған бейеүҙәрен, Ҡурайҙын моңло көйҙәрен, Беҙгә ҡалған ата-әсәләрҙән. Беҙ уны һаҡлайыҡ, дуҫтар, килгән йәшлеккә. Припев: Эй, Уралыбыҙ, беҙҙең бай илебеҙ, Эй, Уралыбыҙ, онотмам ҡурай моңон. (2 раза)
  • Ҡара төндө таң ҡаршылап ала, Һандуғасы менән йырлап. Булған былыҡ, нурҙар был донъяға таралалар, Моңло көй булып. Күлгә төшкән аҡҡош кеүек, Ергә ята аҡ томан. Наҙлап, барлап барлыҡ донъяны Һандуғас йырын йырлай. Эээээй, кешеләр, ҡарағаҙысы! Ээээй, ниндәй матур, ниндәй тереклек! Эй, кешеләр,ҡарағаҙысы! Ниндәй матур, ниндәй тереклек! Дауылдан һуң үткән ямғыр, Донъя таҙара бала йөрәгендәй. Эээээй, кешеләр, ҡарағаҙысы! Ээээй, ниндәй матур, ниндәй тереклек!
  • Дуҫтар кеүек кенә осраша инек. Бергә булырбыҙ тип уйламай инек. Ләкин үтә йылдар, һыу кеүек аға. Уйланырға ваҡыт - ғүмерҙәр уҙа. Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем. Ҡалалар, ауылдар беҙҙең арала, Һинән гүзәллерәк ҡыҙ юҡ донъяла. Тиҙерәк яуап бир! Әйт миңә, йәнем, Булаһыңмы, юҡмы минең һөйгәнем? Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем.
  • Мине эҙләп һин йөрөмә, Айлы төндә, яҡты көндә эҙләмә. Өлгөрмәй төн көнгә. Елдән һорама, Ерҙә эҙләмә. Эҙем бар минең һыуҙа, Йөрәгең һиҙһә эҙлә. Күренермен һиңә айҙа, Күңелең тартыр һине йондоҙға. Тик мин булырмын ерҙә Һинең яныңда. Саф йәнеңдә Бәхетле булғың килһә, Йәнеңде осор миңә. Мин, мин һиңә кем инем, кем инем? Хыялың, һөйгәнең? Мин тыуманым ерҙә һиңә. Күҙ йәшем. Йыһанға миңә ос.